+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2020, 11:56

«Күбәләк биҙәктәре» ­— еңеүселәр исемлегендә!

Оло быуын вәкилдәре араһында барған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында, йылдағыса, әбйәлилдәрҙең булыуы ҡыуаныслы.

Оло быуын вәкилдәре араһында барған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында, йылдағыса, әбйәлилдәрҙең булыуы ҡыуаныслы.
Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыу сәбәпле, «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең һайлап алыу турҙары онлайн режимда үткәрелде. Республика фестиваленең баһалама комиссияһына Башҡортостан ҡала-райондарынан 300-ҙән ашыу видеосығыш килеп, уларҙа 600-ҙән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнашҡан. Ижади коллективтар сығыштарының видеояҙмаһы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә ҡуйылып барҙы.
— Оло йәштәгеләр араһында район күләмендә үткән фестивалдә сығыштары иң яҡшы тип табылған ижади коллективтар — Байымдың «Күбәләк биҙәктәре» ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамбле (етәксеһе Марс Сәйетғәлин) һәм ҡатнаш вокал коллективы (Ирис Илһамов), Таштимер ауылының ирҙәр вокал ансамбле (Заһир Хызыров), яңғыҙ башҡарыусылар Гусевтан Рәшит Сәғитов менән Ташбулаттан Айҙар Баҙаловтың сығыштарын видеоға яҙҙырып, Өфөгә, республика конкурсының баһалама комиссияһына ебәрҙек, — тип һөйләй район комиссияһы рәйесе Зөмәрә Хызырова. — Баһалама комиссиялары тотош республиканан ебәрелгән сығыштарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, быйыл гран-приҙы баймаҡтарға тапшырҙы. Шулай ҙа әбйәлилдәр ҙә призлы урынһыҙ ҡалманы. Байым ауылының «Күбәләк биҙәктәре» ансамбленә беренсе урын бирелде. Уларға «афарин!» тип әйтергә генә ҡала.
— 2014 йылда «Күбәләк биҙәктәре» «Байыҡ» телевизион конкурсында фольклор ансамблдәрҙән тәүгеләрҙән булып ҡатнашып, беренсе урын алғайны. Киләһе йылына «Мин яратам һине, тормош!» фестивалендә республиканың иң яҡшы бейеү ансамбле тип табылып, сығыштары шулай уҡ беренсе урынға лайыҡ булды. Быйыл «Өмә сәйе» бейеүе «күбәләктәргә» тағы еңеү килтерҙе, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ансамбль етәксеһе Марс Сәйетғәлин.
Читайте нас: