«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә 2021 йылда яңы быуын китапханалар булдырыу буйынса Рәсәй субъекттары араһында өҫтәмә һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Учалы һәм Ҡариҙел үҙәк район китапханалары ла бар. Улар федераль һәм республика бюджеттарынан 15-әр миллион һум аҡса аласаҡ. Был саралар китап фондын яңыртыуға, мультимедия ҡорамалы һатып алыуға, китап һөйөүселәр өсөн уңайлы бөхтә мөхит булдырыуға, китапхана белгестәрен уҡытыуға йүнәлтеләсәк.