+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2020, 19:05

«Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театр коллективтарының онлайн фестиваленә йомғаҡ яһалды

Үҙ тарихында ул беренсе тапҡыр дистанциялы рәүештә уҙҙы.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты

«Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театр коллективтарының онлайн фестивале тамамланды. Үҙ тарихында ул беренсе тапҡыр дистанциялы рәүештә уҙҙы. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Учалы, Өфө райондарынан һәм Өфө, Межгорье, Салауат ҡалаларынан 16 балалар театр коллективы ҡатнашты.
Фестиваль «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙҙы. Гран-прины Салауат ҡалаһының «Арлекин» рус өлгөлө театр студияһы яуланы. Беренсе урын Өфө балалар филармонияһының «РостОК» шоу-театрына һәм Балтас район мәҙәниәт йортоноң «Сатҡылар» өлгөлө театрына бирелде. Шулай уҡ II-III дәрәжә лауреаттар билдәләнде.
Читайте нас: