-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2020, 13:02

Мәҙәниәт күгендәге яҡты йондоҙ

Шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн булған 9 май беҙҙең өсөн йыл да үкенесле бер дата булып күңелдәрҙә уйылған.

Шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн булған 9 май беҙҙең өсөн йыл да үкенесле бер дата булып күңелдәрҙә уйылған. Берҙән, һуғыштан ҡайтмай ҡалған ата-олатайҙар өсөн күңел һыҙлаһа, икенсенән май айында хөрмәтле райондашыбыҙ, күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Вәлиулла ҡыҙы Таһированың вафат булды.
Теүәл 10 йыл элек — Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләргә әҙерләнеп йөрөгәндә, кинәт кенә, бөтәбеҙҙе оло ҡайғыға һалып фани донъяларҙан китеп барҙы ул.
Римма Вәлиулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Байым ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итте. Үҙенең төп эшен һүҙ тейгеһеҙ итеп башҡарыуҙан тыш, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаны, ғаиләһендә лә уңған ҡатын, наҙлы әсә була белде ул. Әүҙем, ихлас булыуы арҡаһында һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел тапты. Берәй эште башланымы, ниндәй генә ҡаршылыҡтарға осрамаһын, уйлағанын аҙағына еткереп ҡуя ине барыбер. Ул ойошторған «Шатлыҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле Әбйәлилдә генә түгел, республикала танылыу яуланы. Римма Вәлиулла ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Йыл һайын тиерлек Байым ауыл Советына депутат итеп һайланды, бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты булды. Мәҙәниәт өлкәһен, ауылды үҫтереүгә индергән етди өлөшө бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Йәмәғәтсе булараҡ, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, айыҡлыҡҡа өндәүгә, ауылдарҙа тәртип урынлаштырыуға күп көс һалды ул.
10 йыл элек булған аяныслы ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы киң билдәләнеп, райондың ауыл биләмәләре араһында конкурс иғлан ителгәйне. Риммабыҙ был конкурсҡа Байым ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә 10 ауылды ла ныҡлы әҙерләне. Кис һайын бер-ике ауылда булырға өлгөрөп, күрһәтмәләр бирә, концерт номерҙарын ҡабатлата, репетициялар уҙғара ине. Ә көндөҙ Байым ауыл мәҙәниәт йорто алдында ансамблдәр, түңәрәктәр менән туҡтауһыҙ шөғөлләнде.
9 май алдынан мәҙәниәт усағы алдында береһенән-береһе ҡупшы итеп биҙәлгән һигеҙ тирмә пәйҙә булды. Уларҙың алдына ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙан торған бай күргәҙмәләр ҡуйылды. Унда-бында гармун тауыштары ишетелә, самауырҙар боһорап ҡайнай, ауыл өҫтөнә тәмле еҫтәр тарала, халыҡтың кәйефе күтәренке... Бына концерт башланды. Беҙҙең ауыл артистарына ла сират етте. Ансамбль етәксеһе булараҡ, «Еңеү яҙы» тип исемләнгән сценарий яҙғайным. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ уның буйынса ролдәрен бик килештереп, оҫта башҡарҙы, сығышыбыҙҙан ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Инде тирмәгә инеп сәй эсеп алайыҡ тип торһаҡ, кемдер береһе: «Сәй ҡайғыһымы ни, Риммабыҙ үлде», — тимәһенме. Был ҡайғылы хәбәр аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Ышанырлыҡ та түгел, әле генә тирмәләр араһында йүгереп йөрөп, фармандар ҡалдырып, шаяртып һүҙ ҡушып йөрөй ине түгелме һуң?!
Бына шулай, үҙенең яратҡан эшен башҡарып, дөрләп янып, йондоҙҙай атылып, вафат булды ул Римма Вәлиулла ҡыҙы. Һуңғы һулышына тиклем эш, ауылы тип янды.
Быйылғы пандемия хөрмәтле ауылдашыбыҙ иҫтәлегенә хәтер кисәһе уҙғарырға мөмкинлектәрҙе сикләне. Шулай ҙа беҙ уны — мәҙәниәттең сағыу йондоҙо — Римма Таһированы һис ҡасан онотмайбыҙ, оло ихтирам менән хәтерләйбеҙ.
Был шиғырҙы Римма үҙе иҫән саҡта шаяртып яҙғайным, вафат булғас, тағы өҫтәп дауам иттем. Яҙмамды гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәм.
Ана килә, Римма ханым,
«Мир» урамын бер итеп.
Ниңә шулай йыш йөрөйһөң,
Эскәндәрҙе ҡурҡытып.
Гөл-сәскәгә күмелгән,
Иршат, Римманың йорто.
Ҡапҡа эсе ҡош-ҡорт, малдар,
Әйтерһең дә, бал ҡорто.
Клубыбыҙ балҡып тора,
Көн-төн гөрләй эш менән.
Әбей-бабай, йәштәре лә,
Унда сыға кис менән.
Йәмәғәтсе, әсә, хужабикә,
Нисек өлгөрә икән?
Клубта ла көн-төн эшләй,
Әллә йоҡламай микән?
Бына шулай булды беҙҙең Римма,
Һирәк осрай торған зат ине..
«Ҡәҙерен белмәйһегеҙ алтындың», — тип,
Хоҙай иртә алды шикелле.
Урғып сыҡҡан тау шишмәһе
Кеүек ине уның ижады.
Ойоштороусы ине, яҡтыртыусы,
Әйтерһең дә, Зөһрә йондоҙо.
Әҙ йәшәне, әммә күп эшләне,
Ул китһә лә, матур эҙ ҡалды.
Эшен дауам иткәндәргә
Аҙашмаҫлыҡ тура юл һалды.
Үтер йылдар,
Үҫеп китер һин өйрәткән балалар.
Үҙеңде һәм хеҙмәтеңде
Һағынып иҫкә алырҙар.
Арабыҙҙа тип тоябыҙ,
Әйтерһең һаман эштә.
Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ,
Онота алмайбыҙ һис тә.
Мәүлиҙә ИРҒӘЛИНА.
Байым ауылы.
Читайте нас: