+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2020, 12:25

Төп бүләк – “Арлекин”да

Ошо көндәрҙә балалар театр коллективтарының “Ҡыңғырауҙар сыңы” республика онлайн фестивале тамамланды. Ул үҙ тарихында тәүге тапҡыр арауыҡта уҙғарылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә балалар театр коллективтарының “Ҡыңғырауҙар сыңы” республика онлайн фестивале тамамланды. Ул үҙ тарихында тәүге тапҡыр арауыҡта уҙғарылды.
Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Учалы, Өфө райондарынан, Өфө, Межгорье, Салауат ҡалаларынан 16 балалар коллективы сараның финалына сыҡты. Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә үткәрелде.
Бер нисә көн баһалама төркөмө ағзалары видеояҙмалар буйынса конкурсанттарҙың спектаклдәренә, режиссерлыҡ һәм актерлыҡ оҫталығына, сәхнә ҡарарҙарына, матди-техник тәьминәткә һәм драматургия әҫәрен һайлауға баһа бирҙе. Һөҙөмтәләр буйынса фестивалдең төп бүләгенә Салауат ҡалаһының “Арлекин” өлгөлө рус театр-студияһы лайыҡ булды. Өфө балалар филармонияһының “РостОК” балалар шоу-театры, Балтас район мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” өлгөлө театры I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ фестивалдең II һәм III дәрәжә лауреаттары, дипломанттар билдәләнде.
Фото: vk.com
Читайте нас: