+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2020, 14:08

Онлайн конкурстар еңеүселәре билдәләнде

Пандемия мәҙәни сараларҙы ла туҡтата алманы — ауылдарҙа йәшәүсе әүҙем райондаштарыбыҙ онлайн конкурстарҙы «һә» тигәнсе үҙләштереп, фото, видеолар төшөрөп, үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштарын, йыр-бейеүҙәрен күрһәтә алды.

Үҙҡурсалау режимы ҡуйған талаптар башта ҡыйынһыныу тыуҙырһа ла, бындай шарттарға ҡулайлашып барабыҙ, буғай. Балалар, гаджет тотоп ҡына, дистанциялы уҡырға өйрәнде, ҡатмарлы Zoom программаларына ата-әсәләр ҙә яраҡлашты. Пандемия мәҙәни сараларҙы ла туҡтата алманы — ауылдарҙа йәшәүсе әүҙем райондаштарыбыҙ онлайн конкурстарҙы «һә» тигәнсе үҙләштереп, фото, видеолар төшөрөп, үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштарын, йыр-бейеүҙәрен күрһәтә алды. Ситтән тороп уҙғарылған бәйгеләр яҙҙан башлап көҙгә тиклем дауам итте. Ниндәй генә төрҙәре булманы уларҙың: Зауыҡлы биләмәләр йылына арнап «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр», «Иң ҡупшы ихата», «Оҫта ҡулдар», Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан патриотик йырҙар конкурсы, Башҡорт теле йылы сиктәрендә «Милли йолалар» һәм башҡа бихисап бәйгеләрҙә үҙен һынаны әбйәлилдәр. Шундай конкурстарҙың береһен район мәҙәни-ял үҙәге менән берлектә «Осҡон» гәзите лә уҙғарҙы. Унда 14 йәшкә тиклемге һыбайлылар фотоға төшөп ҡатнашты һәм үҙенең данлыҡлы геройыбыҙ Таһир Кусимов вариҫы икәнлеген раҫланы.
Район мәҙәниәт һарайында интернетта уҙғарылған бөтә бәйгеләрҙең еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Юғары әҙерлек режимы ҡуйған талаптарға ярашлы, бүләкләнеүселәр бер нисә төркөмгә бүленеп саҡырылды.
Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмаған райондаштарҙы тәбрикләп, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин ныҡлы сәләмәтлек теләне һәм үҙҡурсалау шарттарында ла дәрт-дарманды һүндермәй, милли рухты үҫтереп, конкурстарға ихлас ҡушылғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Йырҙарҙа — беҙҙең хәтер» тип исемләнгән патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың онлайн-конкурсында моңло тауышлы яҡташтарыбыҙ төрлө номинацияларҙа ҡатнашты, яңғыҙ ҙа йырланылар, ғаилә ансамбле менән дә сығыш яһанылар, уҡыусылар класс менән берлектә лә номер әҙерләне, ғөмүмән, һоҡланғыс сығыштар байтаҡ булды. Был бәйгелә гран-при Михайловка ауылынан Владимир Бруйкоға бирелде. Ҡалған вокалсылар төрлө дәрәжәләге дипломдар менән наградланды.
«Балалар вирусҡа ҡаршы» тигән ижади конкурста тиҫтәнән ашыу бала бүләкләнде.
«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» исемле бәйгелә уңған хужалар үҙҙәренең баҡсаларында үҫкән сәскәләр, ҡул эштәренең фотолары менән бүлешкәйне. «Сәскәләрҙән ожмах» номинацияһында Яңауылдан Сулпан һәм Зәки Нафиҡовтар, Озерныйҙан Мансура Рәжәпова, Ишбулдынан Мәүлит Боҫҡонов, Байымдан Сания Махийәнова дипломлы булды. «Оҫта ҡулдар» номинацияһында Мәхмүттән Сәриә һәм Иштуған Ильясовтар, Һамарҙан Рәсимә һәм Рәшит Сәфәрғәлиндар грамота менән билдәләнде. Озерный ауылының балалар баҡсаһы «Тамашасылар һөйөүе» призын алды. «Беҙҙең йорт» номинацияһында I дәрәжәле дипломға Амангилденән Гүзәл һәм Руслан Шаһбаловтар лайыҡ булды. «Милли йолалар» номинацияһында Озерный ауылынан Флүзә һәм Рәвил Ғилмановтар еңеүсе тип табылды. «Йәшел урам» номинацияһында Байымдан Нәсимә һәм Әхтәм Нәҙершиндар ошондай уҡ диплом менән бүләкләнде. Туйыш ауылы оҫтаһы Альберт Махийәнов «Алтын ҡулдар» номинацияһында еңеп сыҡты.
«Осҡон» гәзите уҙғарған «Мин Таһир Кусимов вариҫы» конкурсы ла йәш илһөйәрҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙ һыбайлы ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы айырым бүләкләргә ҡарар иткәйнек. Бәйгенең бөтә шарттарын үтәгән һәм иң күп тауыш йыйған Эмилия Ҡарамырҙина менән Зиннур Мәғәфүров I дәрәжәле диплом алды. Икенсе урынды Тимур Әхмәтйәнов, Батыр, Айгиз һәм Инсаф Әхмәтйәновтар, Илзирә Ғәлимова, өсөнсөнө — Руслан Байтүрин, Нургиз Ғималов, Юлай Рәхмәтуллин, Диана Дәүләтшина яуланы. Махсус приздарға Юлиә Хәкимова менән Гөлиә Динисламова лайыҡ булды. Башҡорт рухлы балалар үҫтергән ата-әсәләргә, бәләкәйҙән ат өҫтөндә үҙен ышаныслы тотҡан малай-ҡыҙҙарға ысын күңелдән һоҡланып, рәхмәт белдерәбеҙ. Афарин!

Читайте нас: