+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2020, 10:45

Театрҙар араһында иң-иңдәр асыҡланды

Башҡортостанда II Республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн фестиваленә йомғаҡ яһалды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда II Республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн фестиваленә йомғаҡ яһалды. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Сарала 22 балалар һәм 17 йәштәр студент театры ҡатнашты.
Балалар театрҙары араһында Белорет ҡалаһының “Надежда “Д” өлгөлө театр-студияһы, йәштәр театрҙары араһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” студент халыҡ театры төп бүләккә лайыҡ булды.
Әбйәлил районының “Күбәләк” өлгөлө театры, Ауырғазы районының “Экос” өлгөлө рус театр-студияһы, Бәләбәй районының “Браво” йәштәр халыҡ театр-студияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Театр+ЭМ” студент театры I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ II һәм III дәрәжә лауреаттары билдәләнде.
Татьяна Хәйбуллина, Әхтәм Абушахманов, Мөсәлим Күлбаев, Сара Буранбаева, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабичева, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Әлмира Ҡыуатова, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек республиканың танылған театр эшмәкәрҙәре драматургияны, режиссураны, актерлыҡ оҫталығын баһаланы.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас: