Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған #МинБашҡортсаҺөйләшәм #ЯГоворюНаБашкирском флешмобында ҡатнашырға саҡыра. Ул 23 ноябрҙән 14 декабргә тиклем үткәрелә.
1. Башҡорт телендә әҫәр һайларға.
2. Сығышты видеоға төшөрөргә.
3. Видеороликты социаль селтәрҙәрҙә бөтә кешеләр ҙә күрерлек итеп асыҡ рәүештә беркетергә.
4. Видео аҫтына @rcnt_rb билдәләргә, #МинБашҡортсаҺөйләшәм #ЯГоворюНаБашкирском #УфаРЦНТРБ #ДеньБашкирскогоЯзыка хештэгтарын ҡуйырға.
5. Видеояҙма башҡорт телендә 30 секундтан 3 минутҡа тиклем горизонталь төшөрөлөргә тейеш.