+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 11:55

«Башҡорт шәле» фестивале саҡыра

Республикала 7 – 11 декабрҙә XIII «Башҡорт шәле — 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола.

Республикала 7 – 11 декабрҙә XIII «Башҡорт шәле — 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Унда Башҡортос-танда йәшәүсе башҡорт дебет шәле оҫталары ҡатнаша ала. Жюри, эштәрҙе баһалап, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында 7 – 8 декабрҙә йомғаҡ яһаясаҡ. 9 – 10 декабрҙә иһә башҡорт шәле оҫталарының яратҡан биҙәктәре, шәл һуғыу буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Конкурсҡа ғаризалар һәм эштәр 4 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгендә ҡабул ителә.
Читайте нас: