+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2020, 11:45

“Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы башланды

“Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы 18 декабргә тиклем дауам итә.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” конкурсында илдең 42 төбәгенән 74 ҡыҙ һәм егет ҡатнашасаҡ. Республикабыҙ данын Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Алмас Ҡарағолов һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Аделина Әхмәтшина яҡлай. Алмас Ҡарағоловҡа – 22 йәш, уның буйы – 187 сантиметр, Бөрйән районынан. Энергетика факультетында агроинженерия белгеслеге буйынса уҡый. Спорт менән шөғөлләнә, Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лидеры, блогер. Аделина Әхмәтшинаға – 18 йәш. Буйы – 174 сантиметр, Салауат районында тыуған. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультетының I курс студенты. Ҡыҙ халыҡ һәм заманса хореография, психология, видеомонтаж, фотоға төшөрөү менән мауыға. Аделина – «BashBeauty» студияһы моделе. Сарала ҡатнашҡандарҙы төрлө этаптар һәм тауыш биреү көтә. Ә конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проектына ярашлы үткәрелә.
Читайте нас: