+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2020, 18:05

Донъя оҫталарының концертын ҡарап буласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу үҙәктәрендә тормошҡа ашырыла.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу үҙәктәрендә тормошҡа ашырыла.
Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре белемде камиллаштырыу курсында ҡатнашты.
Быйыл 11 ай эсендә ҡалалағы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 33 белгес ошондай уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан.
Әйткәндәй,“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, йыл аҙағына тиклем Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында һәм ҡала мәҙәниәт һарайында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе нигеҙендә асылған виртуаль концерт залын ҡарау нөктәләре асыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин әйтеүенсә, был ҡала халҡын мәҙәниәткә, бөйөк башҡарыусылар, композиторҙар, рәссамдар, театр эшмәкәрҙәре ижадына йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: