+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2020, 13:50

Ҡыш бабайҙар парады көтөлә

Муниципаль район хакимиәте, район мәҙәни-ял үҙәге, «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы «Донъя халыҡтарының Ҡыш бабайҙары һәм Ҡарһылыуҙары парад-фестивале» тураһында положениены раҫланы.

Әбйәлилдәрҙең ижади һәләттәрен асыу, мәҙәни сараларға күберәк йәлеп итеү, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалауҙы маҡсат иткән фестиваль 26 декабрҙә Асҡарҙың үҙәк майҙанында ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүҙәре юҡ. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙы теркәү 13 сәғәт 30 минутта башлана, ә 14 сәғәттә колонна район үҙәге урамдары буйлап төп шыршыға тиклем үтәсәк.
Ауыл биләмәләрендә үткән тәүге этапта иң зауыҡлы костюмдар кейгән ҡатнашыусылар һайлап алына. Командала мотлаҡ ир-егет Ҡыш бабай һәм ҡатын-ҡыҙ Ҡарһылыу булырға тейеш. Жюри уларҙың визит карточкаһын, тамашасыларҙы уйындарға йәлеп итә белеүен, Яңы йыл бүләктәрен презентациялауын һәм иң яҡшы Яңы йыл ҡоталуын баһалаясаҡ. Музыкаль оҙатыу рөхсәт ителә. Һәр конкурс 5 мәрәйгә тиклем баһа ала. Иң күп мәрәйҙәр һаны йыйған еңеүселәр дипломдар һәм махсус приздар менән бүләкләнә.
Конкурсанттар «Ҡыш бабай — 2020», «Ҡарһылыу — 2020», «Донъя халыҡтары Ҡыш бабайы», «Иң шәп Ҡыш бабай ярҙамсыһы», «Иң яҡшы кортеж» кеүек номинацияларҙа билдәләнәсәк.
Положениеға ярашлы, традицион Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмдарынан тыш, Санта Клаус, Пэр Ноэль (Франция), Сегану Сан (Япония), Тол бабай, Лымынылу (Удмуртия), Йолулупкки (Финляндия), Никалауш (Венгрия) кеүек костюмдарҙа килеү ҙә хуплана. Барыһы ла һеҙҙең фантазияғыҙҙан тора!
Читайте нас: