-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 12:26

Данлы нәҫелдең талантлы улы

«Сулпылар – 2020» йыр-моң бәйгеһенең 13 финалисы иҫәбендә Асҡар егете, йәш йондоҙсоҡ Тамирлан Әбүшахманов та бар.

«Сулпылар – 2020» йыр-моң бәйгеһенең 13 финалисы иҫәбендә Асҡар егете, йәш йондоҙсоҡ Тамирлан Әбүшахманов та бар.
«Тамыр» балалар каналы ойошторған «Сулпылар» бәйгеһе йыл һайын күп йәш таланттарға ҡанат ҡуя, республиканың йыр-моңға һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен ҙур сәхнәгә, ул ғына ла түгел, «зәңгәр эфир» киңлектәренә алып сыға, бөтә Башҡортостанға билдәле итә. Танылған сәнғәт әһелдәренән, йәш йырсыларҙан торған жюриға «иң-иңдәрҙе» билдәләүе лә еңел бирелмәй, һайлап алыу турҙан-турға ҡатмарлаша.
Ағымдағы йылғы бәйге февраль айында башланғыс алып, «Сулпылар» тапшырыуының социаль селтәрҙәге төркөмөнә республиканың төрлө төбәктәренән, хатта күрше өлкәләрҙән йәш тауыштарҙың 204 видеояҙмаһы ҡабул ителә. Жюри һәм ойоштороу комитеты конкурста ҡатнашырға теләк белдергән ошо 204 баланың һәр береһенең сығышын ентекле тыңлағандан һуң, 60-ын ғына беренсе турға Өфөгә саҡыра. Икенсе турға 23 ҡатнашыусы үтә. Ә инде финалға бары тик 13 кенә йәш йырсы сыға. Шулар иҫәбендә яҡташыбыҙ Тамирлан Әбүшахмановтың финалға үтеүе район өсөн үҙе үк ҙур еңеү.
Тамирлан — данлыҡлы Әбүшахмановтар нәҫеленән. Т. Кусимов исемендәге гимназияла 5-се класта белем ала. Һәр яҡтан килгән, маһир, тырыш егет ул. Уҡыу алдынғыһы, төрлө фәндәрҙән олимпиадалар призеры. Дәрестән тыш ваҡытын бушҡа үткәрмәй, ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә шөғөлләнә. Тырышлығы һөҙөмтә бирә: музыка уҡытыусыһы Ф. М. Нөғәмәнова етәкләгән «Талисман» вокал ансамбленең солисы булып киткән, район кимәлендәге төрлө йыр бәйгеләрендә еңеү яулаған. Гимназияның «Урал ынйылары» бейеү ансамблендә лә (Ә. М. Фәтхетдинова) өҙҙөрә баҫып бейей. «Мираҫ» театр түңәрәгендә (И. М. Шәйәхмәтова) артист оҫталығын үҫтерә, үҙен сәхнәлә тоторға өйрәнә.
«Сулпылар» бәйгеһенә Тамирланды йыр буйынса уҡытыусыһы Фәнилә Мансур ҡыҙы әҙерләй. Башҡорт халыҡ йыры «Любизар»ҙы башҡарып, беренсе турҙы «йырлап үтә» егетебеҙ. Икенсе турға яңы йыр алып килергә ҡушалар. Йәш йырсы Илнур Рамаҙанов дәртле генә көй ижад итһә, шағирә Гөлнур Ҡыуатова йәй темаһына күңелле шиғыр яҙа. Аранжировка эшләтәләр, ә ҡалған уңыш Тамирландың үҙенән тора. Шулай итеп, яҡташыбыҙ бәйгенең финалына барып етә.
Финалға сығыусыларға йырҙы бәйгене ойоштороусылар һайлай. Т. Әбүшахмановҡа «Уралым» ҡобайырын бирәләр. Ата-әсәһе малайға матур костюм тектерә. Финалға сығыусылар үҙҙәре тураһында «визитка» менән дә сығыш яһай. Был тәңгәлдә Тамирланға тағы бер остазы — Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы ярҙам итә. Рухлы, аһәңле һәм матур сығыш әҙерләйҙәр.
— Уҡыусым ҙур сәхнәлә күҙгә күренеп үҫте, ҡыйыулығы, үҙ-үҙенә ышанысы артты. Тауыш яғынан да ныҡ үҫеште. Тамирландың финалғаса барып етеүенә, Әбйәлил исемен лайыҡлы күтәреүенә ихлас шатмын. Шулай итеп, ул мәртәбәле конкурстың «Иң халыҡсан йырсы» тигән номинацияһына лайыҡ булды. Был еңеүе менән уны ҡотлайым. Һәм улдарының һәр башланғысын күтәргән, ваҡыт юҡлыҡҡа, финанс ҡыйынлыҡтарға һылтанмаған, һәр саҡ ике фәрештә булып оҙатып йөрөгән ата-әсәһенә — Әлфирә һәм Әлфир Әбүшахмановтарға рәхмәтемде белдерәм. Конкурста ҡатнашыу сығымдарһыҙ ҙа булмай: йыр яҙҙырыу, аранжировка эшләтеү, костюм тектереү, юл хаҡы. Һанай китһәң — бик күп. Был юҫыҡта Тамирландың олатай-өләсәләренең дә ярҙамы ҙур булды, — тип ҡыуанысы менән бүлеште Т. Әбүшахмановтың вокал буйынса уҡытыусыһы Фәнилә Мансур ҡыҙы.
Читайте нас: