+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ғинуар 2021, 11:15

2020 йылда 50 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөлдө һәм ремонтланды

2020 йылда федераль бюджет һәм БР бюджеты иҫәбенә 900 млн һумдан ашыу суммаға 50 мәҙәниәт учреждениеһы булдырылды һәм ремонтланды. Был турала БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда федераль бюджет һәм БР бюджеты иҫәбенә 900 млн һумдан ашыу суммаға 50 мәҙәниәт учреждениеһы булдырылды һәм ремонтланды. Был турала БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
«Был һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт объекттарының күрелмәгән һаны. Шул иҫәптән «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты иҫәбенә 15 объектты, матди-техник базаны нығытыу линияһы буйынса 15 объектты, «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 20 объектты ремонтланыҡ», - тип белдерҙе Әминә Ивний ҡыҙы.
Ағымдағы йылда милли проектҡа бөтәһе 1 млрд 200 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Министр билдәләүенсә, йыл йомғаҡтары буйынса бөтә саралар ҙа үтәлгән, күрһәткестәр ирешелгән.
«Был саралар беҙгә 2 мәҙәниәт-күңел асыу учреждениеһын булдырырға, 18 учреждениены ремонтларға мөмкинлек бирҙе, 5 районды автоклубтар менән тәьмин иттек, 4 моделле китапхана, 3 виртуаль концерт залы, 6 заманса кинозал булдырҙыҡ. 14 балалар сәнғәт мәктәбен һәм 3 колледжды музыка инструменттары һәм йыһаздар менән тулыландырҙыҡ. 12 коммерция булмаған ойошмаға, 2 һәүәҫкәр ижад коллективына дәүләт ярҙамы күрһәтелде», - тине ул.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: