+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2021, 12:31

«Фантазия» уңыштар ҡаҙана

Асҡар сәнғәт мәктәбенең хореография класында, педагог Эльвира Килдейәрова ҡулы аҫтында шөғөлләнеүселәрҙең — «Фантазия» өлгөлө балалар бейеү ансамбленең яҡшы даны районда ғына түгел, төрлө конкурстар еңеүселәре булараҡ, республикала ла күптән таралған инде.

Асҡар сәнғәт мәктәбенең хореография класында, педагог Эльвира Килдейәрова ҡулы аҫтында шөғөлләнеүселәрҙең — «Фантазия» өлгөлө балалар бейеү ансамбленең яҡшы даны районда ғына түгел, төрлө конкурстар еңеүселәре булараҡ, республикала ла күптән таралған инде. Балаларҙың сағыу сығыштары район сәхнәһенең йәме булып тора, тамашасылар яратып ҡабул итә, көслө алҡыштар менән оҙата.
Сәхнәгә сығыу, конкурстарҙа ҡатнашыу, пандемия сәбәпле, хәҙер билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде. Бигерәк тә былтыр әҙерләнеп бөткән ерҙән ике ҙур бәйгенән тороп ҡалыуҙары үкенесле.
— Март аҙағында Магнитогорскиҙа уҙырға тейешле «Ҡабынған фонарҙәр урамы» стилле хореография фестиваль-конкурсында ҡатнашырға тейеш инек. Әммә тап шул мәлдә коронавирус йоҡтороу осраҡтарының Рәсәйҙә лә күбәйә башлауы арҡаһында беҙ унда барыуҙан баш тарттыҡ. Ахыр сиктә, ойоштороусылар ҙа конкурсты уҙғарманы. Быға артыҡ бошонманыҡ. Сөнки уҡыусыларым менән уҡыу йылы башынан Сочиға халыҡ-ара конкурсҡа барырға ниәтләп, шул кимәлгә ярашлы конкурс программаһы өҫтөндә эшләй һәм май айында алыҫ сәфәргә сығырға әҙерләнә инек. Конкурста ҡатнашыуға заявка бирелгән, поезға ике яҡҡа ла билеттар алынған, конкурстан тыш ваҡытҡа мәҙәни-мауыҡтырғыс ял саралары һайланған, ҡыҫҡаһы, күңелде сумаҙан кәйефе ялмаған ине. Апрелдә үҙҡурсаланыу режимы иғлан ителгәс тә, майға тиклем хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип өмөтләндек, һуңғы көнгәсә билеттарҙы кире тапшырманыҡ. Ләкин эпидемиологик хәл үҙгәрмәне, — тип һөйләй Эльвира Әнүәр ҡыҙы. — Уҡыусыларыма танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ, ҡасан да барыбер диңгеҙгә алып барасаҡмын, Рәсәйҙең иң яҡшы балалар хореографияһы фестивалендә ҡатнашасаҡбыҙ, тип һаман әйтә киләм һәм үҙем дә быны бик ныҡ теләйем.
Бөтә белем биреү усаҡтарындағы кеүек, сәнғәт мәктәбе лә, пандемия ҡуйған шарттарға яраҡлашып, вирустан һаҡланыу буйынса бөтә сараларҙы күҙәтеп, ағымдағы уҡыу йылын ғәҙәттәгесә дауам итә. Бейеү класында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар-малайҙар ҙа артабан һәләттәрен камиллаштырыу, үҫешеү юлында. Уларҙың уңыштары, яңы ҡаҙаныштары сәнғәт мәктәбе диуарҙарында ғына бикләнеп ҡалмай. Эльвира Әнүәр ҡыҙы иң яҡшы номерҙарҙы видеоға төшөрөп, төрлө онлайн-конкурстарға ебәрергә ваҡыт таба. Октябрь-ноябрь айҙарында ғына халыҡ-ара кимәлдәге 8 конкурста ҡатнашып, «Фантазия» ансамбленең ҡаҙаныштар портфолиоһына 23 өр-яңы диплом өҫтәлгән. Уларҙың ун өсө — I, етәүһе — II, икәүһе III урындар өсөн бирелгән. «Рәсәй таланттары», «Folk Music Festival», «Сәнғәт донъяға», «STAR FEST», «Талант сиктәре», «Бейеү ритмында – 2020», «Сыңлы үксә», «Башҡортостан таланттары» — һәр конкурс-фестивалдең донъяуи кимәлдәге билдәле мәртәбәле сәнғәт әһелдәренән, бейеү белгестәренән торған жюри ағзалары Асҡар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығыштарын юғары баһаламай ҡалмаған. Улар ҡарамағына йәш бейеүселәребеҙ «Ялҡын», «Йөрәгем минең», «Матростар», «Кантри», «Тарантелла» кеүек иң уңышлы бейеүҙәрен тәҡдим иткән. Әйткәндәй, «Кантри» бейеүе менән «Бейеү ритмында – 2020» конкурсында гран-при ла яулағандар.
Ансамбль башҡарыуындағы коллектив бейеүҙәрҙән тыш, Э. Ә. Килдейәрова әлеге конкурстарға талантлы уҡыусыларының — Карина Ғәйфуллина һәм Гөлдәр Нуралиеваның яңғыҙ сығыштарының видеояҙмаларын да ебәргән. Ҡыҙҙар икеһе лә «Фантазия» ансамбле солистары. «Француз яулығы» тигән башҡорт һәм «Калинка-малинка» рус бейеүҙәрен башҡарған Карина «Башҡортостан таланттары» VIII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының иң юғары баһаһына лайыҡ булған. Башҡа онлайн конкурстарҙа ла жюри, характерлы халыҡ бейеүҙәрен оҫта бейеүсе, һәләтле ҡыҙҙы шәйләмәй ҡалмаған. Карина тәпәй баҫҡанынан бейей. Күп конкурстар лауреаты. «Француз яулығы» бейеүе менән «Балалар Байығы» фестивалендә гран-при яулаған. Әсәһе, өләсәһе менән бергә өлкәндәрҙең «Байыҡ» сәхнәһендә лә сығыш яһаған. Гөлдәр иһә «Умырзая» лирик башҡорт бейеүе менән «Сыңлы үксә» II төбәк-ара башҡорт халыҡ хореографияһы конкурсының гран-приһын яулаған. Ул да бик һәләтле ҡыҙ — сәнғәт мәктәбенең ғорурлығы, ти уҡытыусыһы. Бейеүҙән тыш фортепиано класында шөғөлләнә, был юҫыҡта ла төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, йыр бәйгеләре лауреаты.
«Фантазия» өлгөлө балалар бейеү ансамбле онлайн рәүештә яңынан-яңы уңыштар яулауын дауам итә. Яҡын киләсәктә донъялар именләнеп, сәхнәлә күрергә яҙһын үҙҙәрен.
Читайте нас: