Нуриман районында йәшәүсе ирекмән Гөлназ Садиҡова “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған “Һәр йортҡа — Яңы йыл” акцияһында ҡатнашып, “Ирекмән — йыл Ҡыш бабайы” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды.
Ул, ирекмән дуҫтары менән Яңы йылды коронавирустан ҡотҡарыусы персонаждар тураһында онлайн-әкиәт әҙерләп, конкурсҡа ебәрә. Һәм уларҙың сығышы иң креатив ҡотлау тип билдәләнеп, Рәсәй Ҡыш бабайы резиденцияһына путевка менән бүләкләнде.