+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар 2021, 13:52

Ҡыш бабайға хаттарҙан

Район мәҙәни ял үҙәге «Ҡыш бабайға хат» онлайн конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда балалар ҙур теләк менән ҡатнашып, Ҡыш бабайға башҡорт телендә хаттар яҙҙы, хыялдары тураһында һөйләне, һүрәттәр ҙә төшөрөп һалды. Призлы урындарға лайыҡ булған уҡыусыларҙың хаттарын гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.

Район мәҙәни ял үҙәге «Ҡыш бабайға хат» онлайн конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда балалар ҙур теләк менән ҡатнашып, Ҡыш бабайға башҡорт телендә хаттар яҙҙы, хыялдары тураһында һөйләне, һүрәттәр ҙә төшөрөп һалды. Призлы урындарға лайыҡ булған уҡыусыларҙың хаттарын гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.
Регина Ғүмәрова, 10 йәш: «Һаумы, Ҡыш бабай! Һине һағынып, көтөп хат яҙа Ғүмәрова Регина. Беҙ өйөбөҙгә шыршы ултырттыҡ, уны ҡустым һәм әсәйем менән биҙәп ҡуйҙыҡ. Миңә Яңы йыл байрамы бик оҡшай, бүләктәр була, тышта ла матур, ҡояш сыҡһа, ҡар бөртөктәре ялтырап ята. Ҡыш бабай, һин йыл буйына ниндәй эштәр менән булыштың? Беҙҙе һағындыңмы? Минең хәлгә килгәндә, барыһы ла яҡшы, уҡыуым уңышлы, «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡырға тырышам, һүрәт төшөрәм, быйыл тегергә өйрәндем. Мин 1-се Асҡар мәктәбенең 4-се класында уҡыйым. Быйыл онлайн уҡыһаҡ та, яҡшы өлгәштем, онлайн шашка конкурсында 3-сө урын яуланым, ағайым менән өйҙә лә шашка уйнайбыҙ. Мәктәптәге онлайн лагерҙа ла ҡатнаштым, «Дети против вируса» тигән һүрәттәр конкурсында беренсе урын алдым».
Дарина Ғәниева, 9 йәш: «Мин Асҡар ауылында өләсәйем һәм апайым менән йәшәйем, 1-се Асҡар мәктәбендә белем алам. Минең уҡытыусым — Гөлнәзирә Рамил ҡыҙы, ул беҙҙе бөтә дәрестәрҙән дә уҡыта. Миңә математика, әҙәбиәт дәрестәре оҡшай. 6 йәштән китапханаға йөрөйөм, тәбиғәт, йәнлектәр тураһында уҡырға яратам. Музыка мәктәбендә хорҙа йырлайым, думбырала уйнарға өйрәнәм. Өләсәйем беҙгә бик яғымлы, ул беҙҙе тәртипкә өйрәтә, беҙ уны ныҡ яратабыҙ».
Динир Йосопов, 8 йәш: «Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Яңы йыл менән! Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем! Мин яҡшы уҡыйым, район, республика конкурстарында ҡатнашам. Яңы йылда ғаиләбеҙ бәхетле булыуын, бөтәһенә лә шатлыҡ, ә үҙемә коньки теләр инем».
Айгүзәл Йәрмөхәмәтова, 10 йәш: «Һаумы, Ҡыш бабай! Минең исемем Айгүзәл, мин Рауил ауылында йәшәйем. Һинең хәлдәрең нисек? Ауырымайһыңмы? Минеке яҡшы, быйыл мин йөҙөргә өйрәндем. Һыуҙа ҡурҡмай йөҙөргә мине атайым Зәкир һәм апайым Әминә өйрәтте. Ә әсәйемдең исеме Айгөл. Рус теленән олимпиадала ҡатнашып, призер булдым. Минең өләсәйем умартасы, беҙ уға ҡунаҡҡа барырға яратабыҙ. Мин һине яратам, Ҡыш бабай! Бүләктәрең өсөн рәхмәт!»
Рита Диярова, 10 йәш: «Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Минең исемем Рита, мин 5-се класта уҡыйым. Мин һине йыл һайын һағынып көтөп алам. Яңы йыл байрамын бик яратам, беҙ шыршы ултыртып, уны матур итеп биҙәйбеҙ һәм шыршы төбөндә гел һинән бүләк алып ҡыуанам. Быйыл мин яҡшы уҡыным, өй эштәрендә ярҙамлаштым. Ҡыш бик күңелле миҙгел, сөнки тау шыуырға, конькиҙа йөрөргә була. Үҙем дә Ҡарһылыу булһам ине тип хыялланам, ул мәлдә мин бөтә балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырыр инем».
Динә Сәфәрғәлиева, 10 йәш: «Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле Ҡыш бабай! Мин Асҡар ауылынан Динә булам. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 4-се класта уҡыйым. Бейергә, һүрәт төшөрөргә, Тик-токта видеолар төшөрөргә яратам. Киләсәктә табип булып, кешеләргә ярҙам итергә хыялланам. 2020 йыл ауыр булһа ла, мин уны файҙалы итеп үткәрергә тырыштым, әсәйемә, өләсәйемә өй эштәрендә ярҙамлаштым, баҡсала сәскә, йәшелсә үҫтерештем, олатайым менән өләсәйемә дарыухананан, магазиндан кәрәк нәмәләрҙе алып килеп бирҙем. Класта мин староста, быйыл күп конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнаштым һәм еңеүҙәр яуланым. Яңы йыл тылсымлы байрам. Бөтә кешеләр ҙә унан мөғжизә көтә. Ә мин тажлы вирус бөтһөн, кешеләр ауырымаһын, татыу йәшәһен, бөтә йорт хайуандарының хужаһы булһын тип теләйем. Ҡыш бабай мин һине ныҡ көтәм!»
Читайте нас: