Яңы сыҡҡан кинопремьераларҙы ҡарарға ҙур ҡалаға йөрөмәҫ өсөн, ауылдар халҡының да бындай мөмкинлеге булырға тейеш, тигән ниәттә ведомство. Был маҡсатта төбәктәргә 8 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтелә. Илдең бер нисә районында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кинотеатрҙар эш башланы ла инде.