Кемдәрҙең күңеленән ағыла серле моң? Район мәҙәниәт йорто янында ойошторолған Заһит Ғәбитов етәкселегендәге ансамблдә ике кеше генә вокал белгесе, ә ҡалғандар башҡа төр һөнәр эйәләре — методист, баянист, юл төҙөү тармағы эшсеһе, журналист, педагог. Әммә уларҙың барыһын да йыр-моңға һөйөү берләштерә һәм улар бергә саҡта тирә-йүнгә илаһи, серле моң тарала. Серлелектең сере шунда — ансамбль күп тауышҡа акапелла, йәғни музыкаль оҙатыуһыҙ йырлай. Атап әйткәндә, Зөмәрә Хызырова, Резеда Юлдашева, Фәриҙә Уйылданова — сопрано, Таңсулпан Йомағужина, Гөлшат Шәйәхмәтова — альт, Заһит Ғәбитов — тенор, Ильяс Дәминдаров һәм Сәғит Хызыров бас партияларын башҡара. Һәм репертуарҙы фәҡәт халыҡ йырҙары биләй: «Шәл бәйләнем», «Элмәлек», «Ерән ҡашҡа», «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал», «Ялсығол».
Ансамбль 2012 йылда ойошторола. «Юлдаш йыры»на тиклем бик күп бәйгеләрҙә сынығып, еңеүҙәр яулаған улар. 2015 йылда уҡ халыҡ вокал ансамбле исемен аҡлаған коллектив 2016 йылда Белорет ҡалаһында уҙған «Звезды Белоречья» конкурсында гран-приға лайыҡ була. Унан 2017, 2019 йылдарҙа Стәрлетамаҡта, Мәләүездә үткән вокал йүнәлешле республика бәйгеләрендә беренсе урынға сыға. Шул уҡ 2019 йылда Саратов ҡалаһында Волга буйы федераль округы буйынса Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр ижади коллективтар фестивалендә I дәрәжә лауреат булыуҙары иһә айырыуса ҙур мәртәбәгә эйә.
— Ғәҙәттә, конкурстарҙа, концерттарҙа залдағы билдәле һандағы тамашасы өсөн генә сығыш яһайбыҙ. «Юлдаш йыры» бәйгеһендә ҡатнашыу йырҙары-быҙҙы радио тыңлаусы киң ҡатлам халыҡҡа, республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә лә ишеттереү ниәтенән ине. Сөнки бәйге яңы тауыштарға, халыҡ таланттарына йыр-моң каналы эфирында йыш яңғырау мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, ансамблдең ике йырсыһы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөмәрә Хызырова һәм Резеда Юлдашева бынан алдағы йылдарҙа «Юлдаш йыры»нда ҡатнашып, билдәлелек һәм халыҡ һөйөүен яулап ҡына ҡалманылар, жюри тарафынан да юғары баһаланғайнылар. Улар башҡарыуындағы йырҙар һаман да әленән-әле эфир тулҡындарында ишетелеп ҡала. Теүәл бер йыл элек, бәхетебеҙҙе һынап, «Серле моң» менән ошо конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Бәйгенең девизында яңғырағанса, «Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!», — ти ансамбль етәксеһе Заһит Наил улы.
Конкурсҡа үҙҙәренең ике яҙмаһын ебәргән ансамбль беренсе турҙы, һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһендә, йырлап үтә. Икенсе турға сығыусылар рәтендә «Юлдаш»ҡа ҡунаҡҡа барып, радиоға интервью бирәләр, хатта телеүҙәк студияһында клип төшөрәләр. Пандемия арҡаһында конкурстың финалы оҙаҡҡа һуҙыла. Ноябрь айында уҙырға тейешле сара Яңы йылдан һуңға ҡалдырыла һәм бына ғинуарҙың һуңғы көндәрендә, ниһайәт, йомғаҡ яһалды. Тулҡынланып баш ҡалаға юлланған моңдаштар, гала-концертта ла ҡатнашып, илһамланып, дәртләнеп ҡайтты.
Финалға уҙыусы 23 ҡатнашыусы, улар иҫәбендә өс ансамбль, Башҡортостандың төп концерт залы сәхнәһендә сығыш яһай. Тере тамашаларға «һыуһаған» тамашасылар халыҡ таланттарын көслө алҡыштар менән оҙата. Жюри финалсыларҙың барыһы ла еңеүселәр, тип нарыҡлаһа ла, улар араһынан өс конкурсантты айырып баһалай. Күгәрсен районынан Нәғим Нуримановҡа гран-при, Хәйбулла ҡыҙы Сажиҙә Игебаеваға «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы тапшырыла, ә беҙҙең «Серле моң» — «Иң яҡшы ансамбль» исеменә лайыҡ була. Ансамбль өсөн иң ҙур бүләк — профессиональ студияла альбом яҙҙырыуға сертификат һәм был йырҙар мотлаҡ «Юлдаш» радиоһы эфирында яңғыратыласаҡ. Радионың музыкаль мөхәррире, композитор Риф Арыҫландың: «Серле моң» кеүек ауыр, әммә үҙенсәлекле башҡарыу стилен һайлаған һәүәҫкәр ансамблдәр республикала юҡ, артабан үҫеүегеҙҙе теләйем», — тигән һүҙҙәре ҙур ҡанат ҡуя. Тамашаның генераль бағымсыһы булып сығыш яһаған яҡташыбыҙ, йәш эшҡыуар Динар Шаһиев та ансамблгә бүләк тапшырған.