+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2021, 11:35

Мәҙәниәтселәр өсөн яҡшы яңылыҡ

РФ мәҙәниәт министры Ольга Любимова мәҙәниәт тармағында эшләүселәргә ярҙам итеү буйынса программа әҙерләнеүе тураһында һөйләп үтте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә илдең ижади вуздарында туҡтауһыҙ белем арттырыу өсөн 15 үҙәк булдырылды һәм уларҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бушлай үҙ белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә булды.
Бынан тыш, РФ Хөкүмәтенә яңы проект тәҡдим ителгән. Унда ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәренә бер тапҡыр түләнеүсе аҡсалата ярҙам тураһында һүҙ бара. Илдең округтарындағы ауылдарына, клубтарға эшкә барған мәҙәниәтселәр бер миллион һумға тиклем, Алыҫ Көнсығышта эшләргә риза булғандар ике миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Читайте нас: