Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 17:18

Автоклубтар ҡыуаныс өләшә

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2020 йылда республикала биш автоклуб алынғайны. Быйыл тағы ла биш муниципалитет мобиль клубҡа эйә буласаҡ. Ошондай күсмә мәҙәниәт үҙәктәре ярҙамында республиканың иң алыҫ ауылдарында ла мәҙәни ял ойоштороп буласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2020 йылда республикала биш автоклуб алынғайны. Быйыл тағы ла биш муниципалитет мобиль клубҡа эйә буласаҡ. Ошондай күсмә мәҙәниәт үҙәктәре ярҙамында республиканың иң алыҫ ауылдарында ла мәҙәни ял ойоштороп буласаҡ.
Күсмә автоклубтар ярҙамында концерттар, мәҙәни саралар ойошторола.
Тәтешле район мәҙәниәт йорто артистары ошо көндәрҙә Ауыҡ-Бүләк ауылында йәшәүселәргә сағыу концерт программаһы бүләк итте, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө, конкурстар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
"Ауыҡ-Бүләк ауылы халҡы районда сағыу, күңелле сара ойошторорға ярҙам иткән автоклуб барлыҡҡа килеүенә бик шат", – ти Бәҙрәш ауыл советы хакимиәте башлығы Радик Шәйнуров.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: "Башҡортостан ҡыҙы".
Читайте нас в