+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2021, 16:14

Там, там, тамсы там!

Яҙ яҡынлашыуын иҫкәртеп ҡыйыҡтарҙан тамсы тама башлаған ваҡытта, йыл да йәш таланттарҙың «Яҙғы тамсылар» вокал бәйгеһе уҙа.

Яҙ яҡынлашыуын иҫкәртеп ҡыйыҡтарҙан тамсы тама башлаған ваҡытта, йыл да йәш таланттарҙың «Яҙғы тамсылар» вокал бәйгеһе уҙа.
Йәш быуындың ижади башланғыстарын дәртләндереүҙе, сағыу таланттарҙы асыҡлауҙы һәм йыр сәнғәте аша балаларға рухи, патриотик тәрбиә биреүҙе, тыуған төйәк мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙы маҡсат иткән конкурстың район этабында быйыл 23 мәктәптән 50-нән ашыу йырға маһир баланың һәм вокал ансамблдәрҙең сығышы тыңланды.
Санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы, халыҡты күпләп йыймауҙы күҙ уңында тотоп, район балалар ижады йортонда барған конкурс зоналар буйынса өс көн дауам итте. Сығыштар өс йәш категорияһында ике номинация — халыҡ һәм эстрада йырҙары йүнәлештәрендә баһаланды. Район конкурсы еңеүселәре Әбйәлил исеменән төбәк, әгәр унан да үтһәләр, республика бәйгеһендә һынау тотасаҡ.
Тамсы тама-тама ташты тишә, ти халыҡ мәҡәле. «Яҙғы тамсылар» ритмдарына көйләнгән йәш таланттар менән дә шулай. Нисәмә йылдар конкурсты гәзит битендә яҡтыртыусы хәбәрсе булараҡ, йыл һайын башлыса бер үк балаларҙың ҡатнашыуҙарына шаһитмын. Хәйер, Хоҙай бөтә кешене лә йырсы итеп яратмаған. Шуныһы һөйөнөслө: йылдан-йыл был тауыштар нығыраҡ асыла, башҡарыусылар батырая, оҫтара бара. Баштараҡ ҡатнашыусы дипломына ғына лайыҡ булыусылар призлы урындар ала, призлы урында билдәләнеүселәр, иң юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, гран-при яулай.
Гусев урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Юнир Ғәтиәтуллинды бәләкәй сағынан «Яҙғы тамсылар» сәхнәһендә ижади талантын сүкене тиһәк, һис хата булмаҫ. Дәртле башҡарыусыны яңғыҙ ҙа, трио һәм «Афарин» вокал ансамбле составында ла күп тапҡырҙар күрергә насип булды, районда еңеүсе булып, төбәк бәйгеһендә лә ҡатнашты. Былтыр Юнир «Ҡош юлы. Балалар» бард йыры республика фестивалендә ҡатнашып, II урынға лайыҡ булды. Күңелендә моң йәшәткән егет, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, «Яҙғы тамсылар»ҙан был юлы ла ситтә ҡалманы һәм конкурстың берҙән-бер гран-приһын яуланы.
Шулай итеп, Юнир Ғәтиәтуллин, халыҡ һәм эстрада йырҙары йүнәлештәре буйынса I урын яулаған Хәлил урта мәктәбенән Айгиз Моталов, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Ғәҙел Төлкөбаев, ансамблдәр араһында еңеү яулаған Яңы Балапан урта мәктәбе малайҙары район намыҫын төбәк бәйгеһендә яҡлаясаҡ. Район балалар ижады йорто методисы, шул уҡ ваҡытта вокал буйынса педагог һәм жюри ағзаһы Р. А. Шөғүрова әйтеүенсә, быйыл бәйгенең төбәк этабы онлайн рәүештә уҙасаҡ, конкурс комиссияһына иң шәп йырсыларыбыҙҙың видеояҙмалары тәҡдим ителәсәк. Әгәр бәйгеселәребеҙ был этапта еңеп сыҡһа, улар март аҙағында Дүртөйлө ҡалаһында уҙасаҡ «Яҙғы тамсылар»ҙың республика бәйгеһенә саҡырыласаҡ, гала-концертта ҡатнашасаҡ.
Район этабының призерҙары булып бөтә йәш категорияларында билдәләнделәр: «Халыҡ йыры» йүнәлеше буйынса — Наҙгөл Әйүпова (Буранғол), Нәргизә Баҡыева (Атауҙы), Әлфиә Ғүмәрова (Ишҡол), Тамирлан Әбүшахманов (гимназия), Баязит Зәйтүнов (Яңы Балапан) — II урын, Азиза Латипова (Озерный) — III урын; «Эстрада йыры» йүнәлешендә — Гүзәл Хәйбуллина (гимназия), Динир Шакиров (Йәнгел), Гөлдәриә Мусина (Әбделмәмбәт), Фәнилә Ғүмәрова (Сиҙәм), Илнар Бүләкбаев (Яңы Балапан) — II урын, Риана Яңыбаева (Хәмит), Нәйлә Нияҙғолова (Амангилде), Рания Билалова (Ташбулат) — III урын. Ансамблдәр араһында II урынға Ташбулат мәктәбенән ҡыҙҙар квартеты, Байымдан малайҙар ансамбле лайыҡ булды. III урын Ишҡол мәктәбенән ҡыҙҙар триоһына, Озерныйҙан «Домисолька» йырсыларына, Рауилдән малайҙар, Тупаҡтан ҡыҙҙар ансамблдәренә бирелде.
«Яҙғы тамсылар» бәйгеһе үҙенең киң ҡосағына 6-нан 17 йәшкә тиклемге йыр сәнғәтен һөйгән балаларҙы һыйындыра, ижади һәләттәрен аса, үҫтерә. Быйыл бәйгегә балалар баҡсаларынан иң кескәй башҡарыусыларҙы ла йәлеп иткәндәр. Жюри ағзалары сығыштарҙы балалар баҡсаларына барып ҡараған.
— Әле мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында конкурсҡа йомғаҡ яһаманыҡ. Сөнки бөтә ҡатнашыусыларҙы ла тыңлап бөтмәгәнбеҙ әле. Шулай ҙа «Сулпылар» балалар баҡсаһының етди әҙерлеген баһалап үтке килә, — тине жюри ағзаһы Резеда Айрат ҡыҙы.
Читайте нас: