Мәҙәниәт
15 Марта 2021, 03:30

Автоклубтар — һәр ауылға

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған тәгәрмәс өҫтөндәге мәҙәни усаҡтар йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был транспорт сараһы бөтә кәрәкле музыка ҡорамалдары — тауыш колонкалары, микрофон, пульт, видеопроектор, экран менән йыһазландырылған. Генератор алыҫ төбәктәрҙә лә быларҙың бөтәһен дә эшләтергә мөмкнилек бирә. Салонда сәхнә костюмдарын урынлаштырыу өсөн айырым урын, хатта күсмә китапхана өсөн тағылма бар.
Автоклубтарҙы милли проект арҡылы илдең барлыҡ төбәктәренә ебәреү дауам итә. Быйыл ғына тағы 100 автоклуб алыу планға алынған.
Былтыр ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа ошондай тәгәрмәс өҫтөндәге мәҙәни усаҡтар аулыдар буйлап йөрөп, халыҡҡа концерт ҡуйҙы, Еңеү көнөнә арналған саралар уҙғарыуҙа ҙур ярҙам булды.
Читайте нас