Мәҙәниәт
16 Марта 2021, 12:05

«Бирешмә!» премияһы өсөнсө тапҡыр тапшырыла

Алдынғы ҡарашлы үҫмерҙәр өсөн булдырылған мәртәбәле премияға быйыл Башҡортостандан 405 бала дәғүә итә.

Алдынғы ҡарашлы үҫмерҙәр өсөн булдырылған мәртәбәле премияға быйыл Башҡортостандан 405 бала дәғүә итә. Республикала билдәле йәштәр ете номинация буйынса еңеүселәрҙе һайлап алды.
«Күп үҫмерҙәр, әле бик йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ауырлыҡтарҙы еңеп килә. Уларҙың тормош юлы миңә лә ҙур этәргес булып тора», — ти яҡташыбыҙ, жюри ағзаһы, йәш эшҡыуар, блогер Динар Шаһиев.
«Бирешмә!» премияһы — ул көслө рухлылар өсөн. Сөнки ысын көс ул беләктә түгел — йөрәктә, — ти ММА үҙәге директоры, спортсы Заһир Түләбаев. — Был балалар үҙҙәрен йәштән сыныҡтыра һәм сәләмәт рухлы булыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала».
«Ниндәй фәндән булһа ла олимпиадала ҡатнашыу — ҙур хеҙмәт. Уҡытыусы булараҡ бының әһәмиәтен яҡшы беләм һәм олимпиадалар еңеүселәренә оло хөрмәт менән ҡарайым», — ти тағы бер жюри ағзаһы, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия директоры Илнур Сәлихов.
Өсөнсө йыл тапшырылған «Бирешмә!» премияһы 2019 йылда проект булараҡ «ТЭФИ-Регион» телевизион бәйгеһенең төп наградаһы — Бронза Орфей һынына лайыҡ булды. Был еңеүҙе ул «Телевидение һәм тормош. Социаль проект» номинацияһында яуланы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү 21 мартта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк. Башлана 19 сәғәттә.
Читайте нас