Быйыл Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Уның маҡсаты – бөтә донъя мәҙәни мираҫтарын үҫтереп, һаҡлап йөрөүселәрҙе бергә туплау, ижад гәүһәрҙәрен барлау һәм үҙ-ара аралашыу. Бындай фольклориада дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола, үҙенең флагы, гимны һәм символикаһы менән “Ҡулдар – ҡулда” девизы аҫтында үтә. Тәүге фольклориада 1996 йылда Нидерландтың Брюсюм ҡалаһында уҙа. 2020 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле был фестиваль пандемия сәбәпле 2021 йылға күсерелде. Фольклориданы асыу көнөндә Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап донъяның 200 яҡын төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән күп халыҡ ҡатнашлығында парад үтеүе планлаштырыла. Дөйөм парадтың һуңғы этабында “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында ҙур әйлән-бәйлән буласаҡ. Урындағы ойоштороусылар ошо тамаша мәлен рекордтар китабына индереп теркәргә уйлайҙар, уның өсөн Гиннестар китабы вәкиллегенә ғариза биргәндәр ҙә инде.