+19 °С
Дождь
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Мәҙәниәт
20 Марта 2021, 03:15
“Китап интеллектуалдары”н бәйгегә көтәләр
23 апрелдә йыл һайын Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө билдәләнә. Был көн кешелектең мәҙәни мираҫын һаҡларға һәм байытырға булышлыҡ иткән әҙәбиәттең, китаптың әһәмиәте тураһында хәтерләтә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
23 апрелдә йыл һайын Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө билдәләнә. Был көн кешелектең мәҙәни мираҫын һаҡларға һәм байытырға булышлыҡ иткән әҙәбиәттең, китаптың әһәмиәте тураһында хәтерләтә.
“Бөгөн ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, сөнки уҡыусыларыбыҙға бик күп яңы китаптар тәҡдим итә алабыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Благовар районының үҙәк китапханаһы фонды өр-яңы китаптар менән тулыланды”, – ти китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй, үҙәк модель китапхана теләге булған һәр кешене “Китап интеллектуалы” бәйгеһенә саҡыра. “Китап интеллектуалы” – “Күп төр ярыш” һәм “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” тигән ике турҙан торған уйын. Һорауҙарҙың күпселеге әҙәбиәткә - китаптар, яҙыусылар, сюжеттар, персонаждар, теге йәки был китаптағы хәл-ваҡиғаларға бәйле.
Интеллектуалдар бәйгеһе үҙәк китапханаға килгән яңы һәм популяр китаптар менән таныштырыу сараһынан башлана.
Фото: culture.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Kitap-intellektualdari-n-b-ygeg-k-t-l-r-722756/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"