Мәҙәниәт
25 Марта 2021, 15:08

Фольклориадаға 100 көн ҡалды

Республикала йәйгеһен үткәреү планлаштырылған иң сағыу, ҡыҙыҡлы һәм көтөлгән мәҙәни ваҡиғаға – VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 100 көн ҡалды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала йәйгеһен үткәреү планлаштырылған иң сағыу, ҡыҙыҡлы һәм көтөлгән мәҙәни ваҡиғаға – VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 100 көн ҡалды.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ошо датаға арналған тантаналы сара үтте. Байрамдың иң мөһим өлөшө VI Бөтә донъя фольклориадаһының Дирекцияһын асыу булды. Ул эшен яңы форматта башлай. Сара хаҡында Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителде.
"Бөгөн, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы көнөндә, Фольклориадаға тиклем ҡалған 100 көндө һанай башлайбыҙ. Ул - 2021 йылдың иң ҙур сараларының береһе. Беҙҙең бурыс – фестивалгә килгән ҡунаҡтар республикабыҙҙы оҡшатһын, Башҡортостандың илебеҙҙә иң уңайлы урындарҙың береһе икәненә инанһын", – тине Андрей Назаров.
Фольклориада башланғанға тиклемге ваҡыттың кире иҫәбе башланды. Теүәл 100 көндән республикабыҙ йылъяҙмаһында лайыҡлы урын алыр мәҙәни ваҡиға башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: донъяның төрлө халыҡтарын берләштергән ҙур фестиваль 3 – 10 июлдә булырға тейеш. Алтмыш илдән йыйылған ике меңдән ашыу кеше үҙ халыҡтарының мәҙәниәте менән төрлө яҡлап таныштырыу өсөн Башҡортостанға йыйыла. Программалар республиканың 35 муниципалитетында уҙа.
Ғәйәт ҙур мәҙәни сара үткән йылдың йәйендә ойошторолорға тейеш ине, әммә пандемияға бәйле кисектерелеп торҙо.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Читайте нас