Мәҙәниәт
26 Марта 2021, 05:42

Йыр-моңға һәләт — уның ҡанында

25 март — Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
25 март — Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе башҡорттарҙы бергә туплаған Халыҡтар дуҫлығы йортонда төрлө үҙәктәр уңышлы эшләп килә. Бында милләттәштәр бейеү, вокал, ҡурай ансамблдәренә ҙур теләк менән йөрөй, үҙ мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын онотмай, сит өлкәлә лә популярлаштыра.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда 20 йылдан ашыу эшләп килгән «Ҡарлуғас» фольклор ансамбле етәксеһе Вәсилә Батталова — сығышы менән Әлмөхәмәт ауылынан.
— Бәләкәйҙән йырларға, бейергә яраттым — өсөнсө класта уҡығанда беренсе тапҡыр сәхнәгә баҫтым, — тип һөйләй Вәсилә апай. — Әсәйем халыҡ йырҙарын бик матур башҡара ине һәм уның яғынан бөтә туғандарым да моңло йырлай. Ә атайым шәп бейеүсе булды. Олатайым, уның бер туған ағаһы Хәмит Әхмәтов ҡурай оҫталары булараҡ танылды. Хәмит олатай — Сибай театрында ҡурайҙа уйнаны һәм бөгөн дә уның иҫтәлегенә ҡурайсылар фестивале уҙғарылып тора. Ике туған апайым Зифа Баязитова — Башҡортостандың халыҡ артисы, тағы бер туғаным — Ишбулды апа «Йәшлек» бейеү ансамбле солисы булған. Шулай итеп, йыр-бейеүгә һәләт беҙгә тоҡомдан-тоҡомға күскән, тиергә мөмкин.
В. Батталова мәктәп йылдарында төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Магнитогорскиҙа һөнәрселек училищеһына ингәс тә, сәхнәне ҡалдырмай, бейеү ансамблендә сығыш яһай. Бер аҙҙан һәләтле ҡыҙҙы тыуған ауылына мәҙәниәт усағын етәкләргә тип саҡыралар. Бында ул «Урал» совхозында ойошторолған «Дуҫлыҡ» бейеү ансамблендә бейей, уҡыусыларҙы ла бейеү серҙәренә өйрәтә, ауыл халҡы өсөн төрлө концерт-кисәләр ойошторорға тырышлығын, көсөн йәлләмәй.
Мәҙәниәткә бар булмышы менән бирелгән, үҙ халҡының йыр-моңон яратҡан Вәсилә Ишбулат ҡыҙы артабан ошо юҫыҡта белем алырға ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһы студенты булып китә. 1997 йылда уны уңышлы тамамлап, дипломлы белгес Магнитогорск ҡалаһында яңыраҡ ҡына асылған Халыҡтар дуҫлығы йортона эшкә урынлаша. «Сулпылар» һәм «Ынйылар» ансамблдәренә нигеҙ һала. Бала ҡарау буйынса отпускыға киткәнсе, башҡорт бүлеген етәкләй. Ә 2006 йылдан алып — Вәсилә Ишбулат ҡыҙы «Ҡарлуғас» фольклор ансамбле етәксеһе.
— Магнитогорск ҡалаһы көнө, Металлургтар байрамы, ҡала һабантуйы, Наурыз һәм башҡа мәҙәни саралар беҙҙең ансамблдән тыш үтмәй, — ти үҙ эшенең оҫтаһы. — Силәбе өлкәһендә, Башҡортостанда үткән төрлө ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, призлы урындар яулап торабыҙ. Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар таңдары» фольклор фестивалендә, Сибайҙа Мөнәжәтселәр конкурсында еңеү яуланыҡ, 2015 йылда ансамбль менән «Халыҡ» исемен яҡланыҡ.
Магнитогорскиҙа 2008 йылдан уҙғарылған «Яҙғы һандуғас» фестивале проекты авторы ла Вәсилә Батталова. Тәүҙә фестивалдә 15 кенә конкурсант сығыш яһаһа, һуңғы осорҙа унда Әбйәлил, Баймаҡ райондары, Учалы, Сибай ҡалалары таланттары ла килә һәм ҡатнашыусылар һаны бермә-бер арта. Ошо мәҙәни сарала сығыш яһаусылар иҫәбенән ике: ҡатын-ҡыҙҙарҙың — «Ялҡын» һәм ир-егеттәрҙең «Толпар» ансамбле төҙөлә.
Вәсилә апайҙың «сәхнә артында» үҫкән ҡыҙы Гүзәл дә сәнғәт юлын үҙ итеүе бәхәсһеҙ — ул музыка мәктәбен тамамлаған, хәҙер М. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһында белемен камиллаштыра.
Яҡташыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендәге оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаты, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәттәренең маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. БР Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатына ла лайыҡ ул.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас