Мәҙәниәт
29 Март 2021, 04:30

Сифатлы киноға өҫтөнлөк бирелә

Рәсәй Кино фонды быйыл кинофильмдарҙы субсидиялау күләмен 1,6 миллиард һумға тиклем кәметәсәк, тип яҙа «Аргументы и факты» гәзите.#национальныепроекты#регпроекты#

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлбиттә, был продюсер фильмдарын төшөрөү процентын кәметмәйәсәк, сөнки продюсер үҙәктәре үҙҙәренә оҡшаған картиналарҙы барыбер прокатҡа сығарасаҡ. Ә Кино фонды финанслау күләмен кәметеп, «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә фильмдарҙы прокатлау буйынса үҙ селтәрен булдырырға уйлай. Бында һүҙ төрлө фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ булған автор кинолары тураһында бара. Ундай фильмдар быға тиклем фестивалдәрҙә ябыҡ рәүештә генә күрһәтелеп, тамашасыға барып етмәй торғайны. Милли проект тамашасы өсөн һайлау мөмкинлеге аса — кешеләр үҙҙәре теләп, блокбастер йәки уйланырға мәжбүр иткән ҡыҙыҡлы фильмды ҡарай аласаҡ.
Читайте нас