Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Мәҙәни мөхит” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһының балалар музыка мәктәбе базаһында балалар киностудияһы ишектәрен асҡан. Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
“Бер йыл элек режиссер Салауат Вәхитов шылтыратып, Белоретта балалар киностудияһы асырға тәҡдим итте. Уның идеяһы миңә бик оҡшаны. Бина һайлап, профессиональ ҡорамалдар һатып алдыҡ. Һәм бына бөгөн беҙҙең ҡалала ҙур ваҡиға - республикала беренсе балалар киностудияһын астыҡ”, - тип яҙа Андрей Иванюта.
Уның фекеренсә, бында балалар үҙҙәрен сценарист, видеооператор, режиссер, актер ролендә һынай аласаҡ. Киностудияға 12-17 йәшлек үҫмерҙәр ҡабул ителә. Тантанала ҡатнашыусыларға уҡыусыларҙың тәүге эштәре лә тәҡдим ителгән.