Яңыраҡ Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда кескәй йондоҙсоҡтарҙы балҡытыусы «Гүзәлкәй-2021» бәйгеһе үтте.
Бәйгелә ауыл мәҙәниәтенә ҡараған Буранғол, Һәйетҡол, Исхаҡ, Мәйгәште ауылдарынан береһенән-береһе матур 5-6 йәшлек 7 ҡыҙ ҡатнашты. Сараны үҙҙәренең сағыу концерт номерҙары менән дәртле, ҡыҙыҡлы итеп бынан алдағы йылдарҙа үҙҙәре «Гүзәлкәй» тажы өсөн көрәшкән һылыуҙар — Диана Ғәбитова, Гөлнур Хамматова, Айгизә Вәлиева, Наҙгөл Әйүпова, Фатима Искәнйәрова алып барҙы. Бәйгелә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, тупылдатып һөйгө килеп торған сибәр һылыуҙар — Һәйетҡолдан Разалина Әлиева, Гөлбикә Ялалова, Мәйгәштенән Фатима Камалова, Исхаҡтан Әдилә Фәйзуллина, Буранғолдан Лениза Каракаева, Зарина Ғәбитова, Гөлдәриә Хәлимова һынау тотто. Тамашасы алдында һис баҙап ҡалмай, үҙҙәрен ышаныслы тотто бәләкәстәр. Башҡорт көйөнә аҡҡоштай йөҙгән, көйгә тура килтереп тырышып тыпырлатҡан һылыуҙар бәйгенең ҡыҙыу буласағын аңланы.
Кескәй ҡупшыҡайҙар беренсе һынауҙа үҙҙәре менән башҡорт телендә таныштырып, киләсәккә хыялдары менән бүлеште. Ижади конкурста гүзәлкәйҙәр йыр, бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте, ә «Йәй. Мода-2021» конкурсында ҡупшыҡайҙар килешле атлап, буй һындарын, модалы өҫ кейемдәрен күрһәтте. Шейпинг тип аталған бәйгелә ҡыҙҙар һығылмалыҡта ярышты, төрлө гимнастик күнегеүҙәр эшләне, үҙҙәренең сәләмәт ырыу нәҫелен дауам итеүселәр булыуын спорт бейеүе аша дәлилләне. Бер кемде лә айырып әйтке килмәй, һәр бала был һынауҙарҙы бөтә күңелен, оҫталығын һалып лайыҡлы үтте. Йола буйынса «Гүзәлкәй» бәйгеһе күҙ ҡамаштырғыс тамаша дефиле — гүзәлкәйҙәр парады менән йомғаҡланды.
Иң ауыры жюриға төштө. «Бәйге булғас, уның талабы буйынса, төп еңеүсе, призлы урындар яулаусылары була. Ә ысынында кескәй йондоҙсоҡтарҙың сәхнәгә сығырға баҙнат итеүе, илһамланып сығыш яһауы үҙе үк ҙур еңеү»! Баһалама комиссияһы составында ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Миләүшә Сәлимова, мәҙәниәт йорто методисы Вәхит Камалов, мәктәптең тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәйлә Ғибәҙәтова эшләне. Бәйгенең йомғаҡтары буйынса Гөлбикә Ялалова «Һөйкөмлө», Әдилә Фәйзуллина «Наҙлы», Фатима Камалова «Нәзәкәтле» номинацияларында бүләкләнде. Өсөнсө урын Разалина Әлиеваға бирелде. Лениза Каракаева — икенсе, Зарина Ғәбитова — беренсе урында билдәләнде. Ә Гран-приҙы — Гөлдәриә Хәлимова яуланы. Зарина Ғәбитова — «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булды. «Интернет гүзәле» конкурсында иң күп лайк йыйып Гөлбикә Ялалова еңеүсе булды. Бөтә гүзәлкәйҙәргә лә иҫтәлеккә үҙҙәренең фотопортреттары бүләк ителде. Ҡыҙҙарҙы иң ҡыуандырғаны төрлө уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар булғандыр.
Бәйгене мөғжизәле байрамға әүерелдереүсе ата- әсәләргә, олатай-өләсәйҙәргә, бағымсылар Айрат Баязитовҡа, Миләүшә Сәлимоваға, Зөлфирә Махийәноваға, Гүзәл Камаловаға, Нурия Мөхитдиноваға, Фирүзә Сафинаға зур рәхмәт. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Был тамаша тағы бер төркөм ҡыҙсыҡтарға илһам ҡанаттары ҡуйҙы, ҡыҙҙарҙы киләсәктә тағы ла күп тапҡырҙар сәхнә түрендә күрәсәгебеҙгә өмөт уятты.
22 март көнө район мәҙәниәт йортонда төрлө ауылдарҙан йыйылған гүзәлкәйҙәр һайлап алыу турына үтеү өсөн көс һынаштылар. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары Зарина Ғәбитова, Гөлдәриә Хәлимова, Лениза Ҡараҡаева ла был һынауҙы уңышлы үтеп финалда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Бәләкәстәремә 31 мартта район кимәлендә үтәсәк «Гүзәлкәй-2021» бәйгеһендә уңыштар юлдаш булһын.
мәҙәниәт йорто художество етәксеһе.