Мәҙәниәт
30 Марта 2021, 06:41

Сәхнәләрҙе дер һелкетеп, йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ

Район мәҙәниәт һарайында Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантана ойошторолдо. Сараға мәҙәни ял үҙәктәре етәкселәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Район мәҙәниәт һарайында Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантана ойошторолдо. Сараға мәҙәни ял үҙәктәре етәкселәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Уларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов һәм район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин ҡотланы.
— 2020 йылда мәҙәниәт учреждениелары тарафынан 6128 сара уҙғарылды. Йыл башында республика конкурсы сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» вокал бәйгеһе үтте. Пандемия ваҡытында ла онлайн форматта «Йырҙарҙа беҙҙең тарих» исемле хәрби-патриотик йырҙар конкурсы, «Әбйәлилгә – 90», «Мин башҡорт телен беләм» интеллектуаль-викторина уйындары уҙғарылды. Шулай уҡ «Ашъяулыҡ» фестивалендә үҙебеҙҙең мәҙәниәтселәрҙән тыш, республика ҡала һәм райондарынан милли аш-һыу оҫталары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенә бүленгән аҡсаға музыкаль инструменттар һәм ҡорамалдар һатып алынды. «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә Үтәгән, Ҡушый, Йәнгел мәҙәниәт йорттарының тәҙрәләре яңыртылды, Үтәгән, Шәрип, Михайловка клубтарына йомшаҡ ултырғыстар алынды, — тип эштәргә байҡау яһаны Ирек Әғзәп улы. — Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәнғәт өлкәһен үҫтереүҙә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа, йәш быуынды тәрбиәләүҙә лайыҡлы эш күрһәтә. Республика, төбәк-ара конкурстарҙа һәр саҡ ҙур уңыштар яулай, районыбыҙҙың данын күтәрә. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Илһамлы ижад, яңы уңыштар теләйем.
Йыр-моң менән үрелеп барған байрамда мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөштәрен индергән талантлы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бүләкләнделәр:
Муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән:
Арғынбаева Нәйлә Мәсәғүт ҡыҙы — Таштуй мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы;
Баһаув Рөстәм Рәфил улы — район мәҙәниәт һарайы методисы;
Ишбулатова Гөлшат Иршат ҡыҙы — Красная Башкирия мәҙәни ял үҙәге методисы;
Моратшина Зөлфирә Фәрит ҡыҙы — Ташбулат мәҙәни ял үҙәге етәксеһе;
Мөхәмәтова Зәмирә Яҡуп ҡыҙы — Байым күп функциялы мәҙәни үҙәге методисы;
Хызыров Заһир Хәйҙәр улы — Таштимер мәҙәни ял үҙәге ойоштороусыһы;
Шаһимәрҙәнова Фәрүәз Маҙалы ҡыҙы — Рауил ауылы китапханасыһы;
Мөхәмәтйәрова Зилбәр Юлмөхәмәт ҡыҙы — Аһылай ауылы китапханасыһы;
Хәйруллина Әлиә Марат ҡыҙы — үҙәк район китапханаһы китапханасыһы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаты менән:
Әхмәтова Зөһрә Хәсән ҡыҙы — Әлмөхәмәт мәҙәни ял үҙәге етәксеһе;
Дауытова Әлфинә Марат ҡыҙы — Тәпән ауыл клубы мөдире;
Нафиҡов Раян Кәрим улы — район мәҙәниәт һарайының ирҙәр вокал ансамбле етәксеһе;
Сәғәҙәтов Иҙрис Әсхәл улы — район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры етәксеһе;
Руденцова Галина Николаевна — Красная Башкирия мәҙәни ял үҙәге етәксеһе;
Фәтхитдинова Әлиә Милләт ҡыҙы — балалар бейеү ансамбле етәксеһе;
Яҡупов Раян Радик улы — Яңы Балапан мәҙәниәт усағы ойоштороусыһы;
Хәйруллина Миңзәлә Әдип ҡыҙы — Буранғол ауылы китапханасыһы.
Читайте нас