Районыбыҙҙың иң кескәй гүзәл заттарын сихри тамашаға әйҙәгән «Гүзәлкәй» бәйгеһе гөрләп үтте. 2007 йылдан уҙғарылып килгән конкурс үҙенең әһәмиәтен һәм зарурлығын йылдар дауамында дәлилләне. Төрлө ауылдарҙан «Гүзәлкәй» сәхнәһенә тәүгә аяҡ баҫҡан һәләтле бәләкәстәр араһынан бынамын тигән әртистәр — йырсылар, бейеүселәр, шәп алып барыусылар үҫеп сыҡты. Быйылғы сара бәйгенең тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеүен иҫбатланы. Быға тиклем жюри составында ошо конкурс аша үткән ҡыҙҙарҙың әсәләре сығыштарҙы баһалаһа, был юлы улар араһында төрлө йылдарҙа еңеүсе тажын кейгән, инде буй еткән һылыуҙар ҙа бар ине.
«Гүзәлкәй–2021» бәйгеһендә 11 һылыуҡай ҡатнашты. Береһенән-береһе сибәр, иң һәләтле, иң тырыш ҡыҙҙар тамашасы алдына сыҡты. Конкурсҡа әҙерлек репетициялары бәләкәстәрҙән ысын мәғәнәһендә ҙур тырышлыҡ һәм түҙемлек талап итте. Ҡыҙҙарҙың иҫ киткес сағыу образдары — өҫ-башы өҫтөндә тылсымсылар түгел, ә уларҙы сикһеҙ яратҡан ата-әсәләре эшләне. Байрам балына иң матур һәм зауыҡлы, тимәк, бик ҡиммәтле, күҙ яуын алырлыҡ тәтәй күлдәктәр һатып алырға аҡсаһын йәлләмәне.
Баласаҡтың йәйғор төҫтәрендә балҡыған иң мөғжизәле, гүзәл тамашаларының береһе ул «Гүзәлкәй»! «Гүзәлкәй» иленә бер барып юлыҡҡандар уға һәр саҡ тартылып йәшәй. Ана бит, тәтелдәп торған алып барыусылар, сараны концерт номерҙары менән биҙәгән әртистәр, хатта баһалаусылар кемдәрме — элекке йылдарҙағы ҡатнашыусылар!
Бәйгеселәр башҡорт бейеүе менән килеп сыҡҡан беренсе минуттан сара тамашасыларҙы тулыһынса үҙенә йәлеп итте. Әйткәндәй, зал туп-тулы булды, көслө алҡыштар һынау тотоусы кескәйҙәргә дәрт өҫтәне. Бигерәк тә рәт-рәт урындарҙы биләгән көйәрмәндәрҙең — олатай-өләсәйҙәрҙең, ағай-апайҙарҙың, ҡусты-һеңлеләрҙең (атай-әсәйҙәр был мәлдә сәхнә артында бөтөрөндө), туған-тыумасаларҙың, күрше-күләндең, балалар баҡсаһынан тәрбиәсе апайҙарҙың терәген тойоу уларҙа ышаныс, еңеүгә өмөт уятты.
Беренсе һынау ике конкурсты берләштерҙе. Кескәй ҡупшыҡайҙар йәйге мода күрһәтте һәм бер ыңғай үҙҙәре менән дә таныштырҙы. Бәйгенең төп шарты һәм маҡсаты — туған телдә сығыш яһау, башҡорт телен популярлаштырыу. Ҡыҙҙар шиғри формала үҙҙәре, ғаиләләре, киләсәккә хыялдары тураһында бәйән итте. Иншалла, һөйөүгә, бәхет нурҙарына сорналып үҫә наҙлыҡайҙарыбыҙ — иркәләр, нәфистәр, ҙур маҡсаттар менән янған ҡыйыуҙар. 11 гүзәлкәйҙең өсәүһе табип булырға хыялланһа, уҡытыусы, эшҡыуар, артист та үҫеп сыҡмаҡсы улар араһынан. Исемдәренең матурлығы! Үҙебеҙсә, саф башҡортса ғына — Фатима, Сафия, Айнагөл, Гөлдәриә, Айзидә, Нәргизә, Нурзидә... Артабан шейпинг, йыр-бейеүгә маһирлыҡты күрһәткән ижади бәйге һәм дефиле конкурстары бер тында үтеп китте.
Бәйгелә ҡатнашыусы һәр бәләкәс бағымсыларҙан матур уйынсыҡтар менән бүләкләнде. Бынан тыш, район мәҙәниәт һа-райының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнөң админы, фотограф Фәрит Ихсанов ҡыҙҙарға иҫтәлеккә рамкаларға беркетелгән фотоларын бүләк итте. Ә интернет тауыш биреүҙә еңеүсе булған Йәлембәт ауылынан Айзидә Иҙрисоваға «Инфинити» реклама агентлығы (Фәниә Сөләймәнова) портрет-картиналар әҙерләгәйне.
Әлбиттә, «Гүзәлкәй»ҙә ҡатнашыу үҙе үк еңеү, әммә конкурс булғас, урындар һәм номинациялар ҙа билдәләнде. Шулай итеп, «Гүзәлкәй–2021» исемен Асҡарҙан Нәргизә Зәйнетдинова яуланы. Еңеүсе тажын уға «Гүзәлкәй – 2019» конкурсында гран-при яулаған Ҡырҙас ҡыҙы Гөллирә Кирамова кейҙерҙе. «Тамашасы һөйөүе» таҫмаһы һәм призына Асҡарҙан Сафия Абдуллина лайыҡ булды. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: I урын — Розалина Сөләймәнова (Асҡар), II урын — Нурзидә Йосопова (Асҡар), Айзидә Иҙрисова (Йәлембәт), III урын — Гөлдәриә Хәлимова (Буранғол), Лениза Ҡараҡаева (Буранғол), Айнагөл Тахаува (Ҡаҙмаш). Дәүләттән Сабина Әхмәрова — «Сая», Хәмиттән Фатима Нуретдинова — «Иркә», Буранғолдан Зарина Ғәбитова — «Нескә» номинацияларында билдәләнде. Байрамдың тағы бер бағымсыһы — фотограф Иштимер Йосоповтың махсус бүләгенә — ҙур фотопортрет-картинаға Айнагөл Тахаува эйә булды. Ул шулай уҡ гран-при, тамашасылар һөйөүе һәм беренсе урын яулаған гүзәлкәйҙәргә фотосессияға сертификаттар тапшырҙы. Ҡыҙҙар өсөн мөғжизәләр һаман да дауам итәсәк әле, тимәк.
Быйылғы гүзәллек байрамы алып барыусыларҙың күплеге менән дә айырылып торҙо. Сара алдынан 8-10 йәшлек ҡыҙ-малайҙар араһында үткәрелгән кастингтың матур һөҙөмтәһе булды ул. Шәрип, Күсем, Буранғол, Ҡушый һәм башҡа ауылдарҙан телдәр балалар үҙҙәрен алып барыусы ролендә һынаны һәм һынатманы. Улар араһында, алдан яҙып үткәнемсә, үткән йылдарҙағы бәйгеселәр ҙә байтаҡ ине. Алып барыусыларҙы һәм бәйгеселәрҙе телмәр оҫталығы буйынса «Гүзәлкәй» проектының етәксеһе Гөлшат Шәйәхмәтова әҙерләне. Сәхнәлә матур йөрөү — мода күрһәтеү, дефиле, шейпинг һәм коллектив башҡорт бейеүе «дәрестәрен» Йәзилә Тайыпова ойошторҙо.
Тамаша ҡылыусылар араһында кескәй генә ҡыҙсыҡтар ҙа бар ине. Киләһе бәйгеләрҙә, моғайын, улар ҙа гүзәллек бәйгеһендә һынау тоторға сығыр. Сөнки «Гүзәлкәй» тылсымына сорналып бер арбалғандар был байрамға инде битараф ҡала алмаясаҡ...