Мәҙәниәт
9 Апрель 2021, 05:30

Милли проекттар ярҙамға килә

Учалы үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектында ҡатнаша. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Учалы үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектында ҡатнаша.
Ошоноң һөҙөмтәһендә китапхана федераль һәм төбәк бюджеттарынан 20 миллион һум аҡса аласаҡ. Был сумма капиталь ремонт яһауға, яңы йыһаздар алыуға һәм китапхана эшмәкәрлеген заманса алымдар менән үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтеләсәк.
Бөгөнгә эш өсөн кәрәкле техника, фото-, видео-, интерактив ҡорамалдар, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡулайламалар, китапхана эшмәкәрлеген автоматлаштырыу өсөн кәрәк-яраҡ, шулай уҡ сенсор һәм балалар бүлмәләре өсөн йыһаз алыуға килешеүҙәр төҙөлгән.
“Мәҙәни мөхит” федераль проектында буйынса быйыл Учалынан тыш, Күгәрсен, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында ла китапханалар заманса төҫ аласаҡ.
Читайте нас