Асҡарға кисә “Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт” комедияһы менән (режиссеры – Илнур Муллабаев) Өфөнән Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры килде. Ул Рәсәйҙә киң билдәле драматург Владимир Красногоровтың шул уҡ исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған. Яҡын кешеләреңде яратыу, уларға ярҙам итеү теләгенән үҙеңде ҡорбан хәленә еткереү, хатта иҫәр аҙымдарға барыу темаһына арналған спектаклдә ике яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Буранғол егете Рәмзил Сәлмәнов менән Ҡушый ҡыҙы Гөлбинә Сафуанова уйнаны. Башҡа ролдәрҙе Рушана Бабич, Радмир Абдуллин һәм Илнур Лоҡманов башҡарҙы.
Хәтер юғалтыуҙан йонсоған ир психотерапевҡа ярҙам һорап килә. Табип сирҙең сәбәбтәрен һәм симптомдарын асыҡлай алмай ыҙалай. Бәхеткә, ауырыуҙың ҡатынын саҡырып һорашыу мөмкинлеге тыуа. Үәт бәлә, доктор бер күреүҙән пациенттың хәләл ефетенә ғашиҡ була. Маринаның ике йыл буйы ирен уға дауаларға йөрөтөүенә ышандырырға тырышыуынан сығып, тамашасыла психотерапевт үҙе хәтерен юғалтмаған микән тигән шик тыуа. Жанна исемле тағы бер ханым пәйҙә булып, мин ауырыуҙың ысын ҡатыны тип иғлан иткәс, спектаклдәгеләрҙең генә түгел, ә бөтә тамашасыларҙың да башы тамам бутала. Доктор аҡылдан яҙа башлай. Хәл абсурдҡа етте тигәндә, мәсьәлә ҡапыл сиселә һәм бөтәһе лә аңлайышлы ла, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та барып тамамлана.
Көлөрлөк тә, аптырарлыҡ та, уйланырлыҡ та урындары күп был тамашаны тулы зал ҡараны. Халыҡ ауылдарҙан да килгәйне. Артистарҙың, айырыуса яҡташтарыбыҙҙың уйынынан барыһы ла ҡәнәғәт булды. Хатта спектаклде иң ҡыҙыу мәлендә туҡтатып, тамашасыларҙың алҡышлай башлауы Рәмзил Сәлмәновтың үҙ ролен ышандырырлыҡ оҫта итеп уйнауына яҡташтарының оло баһаһы булып яңғыраны. Ғөмүмән, иң шәп артистар Милли йәштәр театрына йыйылған тип уйлайым. Быны, бәлки, театрҙың труппаһының ҙур өлөшөн беҙҙең райондан сыҡҡан артистар тәшкил итеүенә бәйләйемдер. Ысынлап та, һүҙ юҡ, әбйәлилдәр – талантлы халыҡ.