+21 °С
Дождь
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Мәҙәниәт
16 Апреля 2021, 06:00
Фольклориадала ирекмән булам тиһәң...
1 – 11 июлдә үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһында эшләү өсөн ирекмәндәр туплау дауам итә.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
1 – 11 июлдә үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһында эшләү өсөн ирекмәндәр туплау дауам итә.
Һайлап алынған кандидаттар мотлаҡ дөйөм һәм функциональ уҡыуҙарға йәлеп ителә. Ирекмәндәр фестиваль саралары тураһында мәғлүмәт алыу ғына түгел, сит телдәр буйынса белемен камиллаштырасаҡ, башҡа эш алымдарын да үҙләштерәсәк. Башҡортостанда ирекмәндәрҙе йыйыу һәм һайлау бурысын Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡара.
Мәғлүм булыуынса, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ла ирекмәнлек ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты ирекмәнлекте әүҙемләштереүҙе, йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә һәм студент клубтары хәрәкәтенә йәлеп итеү юлы менән балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Үҙен ирекмән булараҡ һынап ҡарарға теләгәндәр ғаризаларын “Добро.ру” порталындағы
https://dobro.ru/event/10019336
махсус бүлегендә ҡалдыра ала.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"