Мәҙәниәт
20 Апреля 2021, 13:00

Милли кейем көнөнөң эмблемаһы буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары милли кейеме көнө эмблемаһын уйлап табыуға ижади конкурс ойошторола.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары милли кейеме көнө эмблемаһын уйлап табыуға ижади конкурс ойошторола. Ул 16 апрелдән 10 сентябргә тиклем бер нисә этапта үткәрелә. Эштәр һәм ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. 1 – 31 августа конкурс эштәрен жюри ағзалары ҡараясаҡ. Конкурс еңеүсеһе 10 сентябрҙә асыҡланасаҡ.
Конкурста 16 йәштән өлкәнерәк, Рәсәй Федерацияһы гражданы, художестволы һәләткә эйә булған, енесенә, йәшенә, белеменә, йәшәү урынына, һөнәренә, сәйәси ҡараштарына ҡарамай, ойошмалар һәм айырым кешеләр ҡатнаша ала.
Сараның маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын тарихи ҡомартҡыларға йәлеп итеү, Башҡортостан халыҡтарының матди мәҙәниәтен алға этәреү, популярлаштырыу, шулай уҡ этник кейемдең тәрән мәғәнәһен белеү, көндәлек тормошҡа милли элементтарҙы индереү. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Конкурс эштәре, ғариза-анкета һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә рөхсәтте anarodovrb@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Положениеның тулы тексы менән республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас