Быйылдан башлап Башҡортостанда йыл һайын “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумы ойошторола башлай. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.
“АРТ-Ҡоролтай” 14 майҙа була. Маҡсаты – 2030 йылға тиклемге осорҙа дәүләт мәҙәни сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән һәм уның составы раҫланған. Ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй, урынбаҫары – Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ойоштороу комитетына 26 апрелгә тиклем форумды уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән.
Республиканың урындағы үҙидара органдарына мәҙәниәт ойошмаларының форумда ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушылды.
Форум бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә башҡарыла.