+19 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Мәҙәниәт
23 Апреля 2021, 06:40
Ғәскәровсылар гастролдәргә юлланды
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты ил төбәктәре араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығытыуҙы, хеҙмәттәшлекте арттырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролгә юлланды. 22 апрелдән 30-ына тиклем ансамбль Волгоград, Әстрхан, Ставрополь, Майкоп, Пятигорск, Грозный, Махачкала ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.
Концерт Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡорт халыҡ бейеүе “Зарифа” менән асыла. Шулай уҡ тамашасылар иғтибарына легендар “Ете ҡыҙ” бейеүе тәҡдим ителәсәк. Гастролдәр алдынан ансамбль репертуарын яңы бейеүҙәр менән дә байытҡан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"