Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Яңы быуын китапханаһы” федераль программаһы нигеҙендә Ҡариҙел ауылындағы үҙәк район китапханаһын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү әүҙем бара.
Әле китапханаға интерактив ҡулайлама, компьютер техникаһы, тауыш аппаратураһы тапшырылған. Китаптарҙы эҙләү, уҡыусыға биреү һәм кире ҡайтарыу ғәмәлдәрен автоматлаштырылған RFID системаһы индерелә. Яңы әҙәбиәт исемлектәренә бәйле эш тамамланған, китаптарҙың күбеһе (шул иҫәптән электрон китаптар) килтерелгән. Ошо арала заманса китапхана йыһаздарын көтәләр.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Стәрлетамаҡ районының Наумовка, Күгәрсен районының Мораҡ, Учалы районының Учалы, Ҡариҙел районының Ҡариҙел, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында муниципаль модель китапханалар асыу күҙаллана. Уларҙы йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүленә.