Мәҙәниәт
26 Апреля 2021, 04:05

Мәҙәниәтселәр тағы бер вуз тамамлай ала

«Мәҙәниәт» милли проекты был өлкәлә эшләүселәр өсөн юғары белем алыу мөмкинлеге бирә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҙәниәт министрлығы ил Президенты күрһәтмәһе буйынса ижад кешеләре өсөн өҫтәмә белем тураһында закон проекты әҙерләне. Быға тиклем бер генә вузды бушлай тамамлау хоҡуғы бар ине. Әммә күп кенә һөнәрҙәр махсус белем генә түгел, тормош тәжрибәһе лә талап итә. Шуға күрә, мәҙәниәтселәр конкурс нигеҙендә бушлай театр һәм кино режиссеры, дирижер, композитор, нәфис әҙәбиәт тәржемәсеһе һөнәрҙәрен үҙләштерә аласаҡ.
Милли проекттың төп маҡсаты — һәр рәсәйленең ижади потенциалын асыу. Бының өсөн квалификация арттырыу курстары ойошторола, һәүәҫкәрҙәр ижады хуплана, фестивалдәр ойошторола, күрһәҙмәләр үткәрелә, гранттар бүленә.
Читайте нас