+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Апрель 2021, 09:18

«Йәшлек»тең иң йәш бейеүсеһе

Райондың «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң йәш бейеүсеһенә нисә йәш? Иртәгә ул ун бишен тултырасаҡ.

Райондың «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң йәш бейеүсеһенә нисә йәш? Иртәгә ул ун бишен тултырасаҡ. Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан донъяға ауаз һалған сабыйҙы Хоҙай иҫ киткес талант, тырышлыҡ менән бүләкләгән. Яҙмамдың йәш геройы — Салауат ауылы егете Рифат Сәйетғәлин булыр.
Рифаттың бейеүгә әүәҫлеге тәпәй баҫҡас та һиҙҙерә. Бер йәшендә үк өләсәһе ейәнен таҡмаҡ әйтеп бейетеп: «Йөрәгендә бете бар», — тип йыш ҡабатлай, ҡунаҡтар алдында ла тартынмай дәртләнеп талпына бәләкәс. Малай йәш ярымлыҡ булғас, Ҡужандағы «Сулпан» балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Бейеүгә маһирлығын күреп, тәрбиәсеһе Сулпан Әсәҙуллина уға бейеү һала. Тәүге тапҡыр тамашасылар алдында сығыш яһағанында Рифатҡа ике генә йәш була. Ошонан башлап баҡсалағы бөтә байрамдар уртаһында була, тиҙҙән ауыл клубы сәхнәһенә сыға. Бәләкәй әртисте көслө алҡыштар менән оҙатҡан ауылдаштары өмөтлө киләсәк юрай. Иң мөһиме был шөғөл малайҙың күңеленә хуш килә...
Ят кешеләр алдында тамсы ла инәлтмәй, ҡунаҡтарҙа хатта үҙе бейейем тип ашҡынып торған малай төрлө сараларҙа ихлас ҡатнаша. Бер мәл Рәдиф Зариповтың концертына барырға йыйынғандарында Рифаттың: «Мин дә бейейем», — тип үҙенең сәхнә кейемдәрен клубҡа алып барырға еңешеүен ата-әсәһе хәҙер көлөп иҫкә ала. Һәр концерттың уртаһында йөрөгән бала үҙен тамашасы итеп күҙ алдына ла килтермәй хатта.
Алты йәше тулғас, Рифатты район үҙәгендәге мәктәпкә әҙерләү төркөмөнә бирәләр. Сөнки ғаилә Дауытта төҙөлөш башлаған була һәм ҡасан да күсеп киләсәктәрен уйлап, улдарын баштан Асҡарҙа уҡытырға ҡарар итәләр. Бында ла байрамдар малайҙы бейетмәйенсә үтмәй. Балалар араһында уҙған «Сыңлы үксә» район конкурсында «Байыҡ» бейеүе менән гран-при яулай. Тәүге ҙур еңеүе уға дәрт һәм ышаныс өҫтәй. Малайҙы районда уҙған сараларға, һабантуйға саҡыра башлайҙар. Шулай итеп, Рифат башкөллө бейеүгә бирелә. Көнө-төнө бейеһә лә арымауы, биҙмәүе: «Бейер-бейер ҙә ҡуйыр», — тип уйлаған ата-әсәһен ғәжәп итә. Атлап йөрөр урынға бейеп бара, хатта машинала ла ултырған ерҙән тыпырлай. Музыка аҫтында йоҡлап китә, уянғас та өй эсе дәртле көйҙәргә тула. Уйынсыҡ урынына музыка инструменттары менән ҡыҙыҡһына. Өс йәшендә гитара алып бирәләр, Ҡыш бабай шыршы аҫтына синтезатор ҡалдыра.
Улының бейеүгә мөнәсәбәтенең етди булыуын күргән атаһы уны балалар араһында уҙған «Байыҡ» республика фестиваленә алып барырға уйлай. Бейеү өйрәтеүен һорап Радик Хәлиловҡа мөрәжәғәт иткәндәрендә конкурстың һайлап алыу турына биш кенә көн ҡалған була. Радик Зиннур улы Рифатҡа: «Әйҙә, тәүҙә бейеп күрһәт әле», — ти. Һәм бейетеп ҡарағас: «Малайҙа өмөт бар, 2-3 сәғәткә ҡалдырығыҙ — бейеү һалам. Өлгөрһәк өлгөрөрбөҙ, өлгөрмәһәк үҙе өсөн бейеү булыр», — тип алып ҡала. Шулай итеп, биш көн эсендә өйрәнгән «Солтанаҡ» бейеүе менән Р. Сәйетғәлин һайлап алыу турын уңышлы үтә һәм төп конкурста икенсе урын яулай. Еңеүгә ынтылышы, тырышлығы өсөн малай тиҙлекле велосипед менән бүләкләнә, «Байыҡ» проектының етәксеһе Рита Өмөтбаеваның махсус бүләгенә — планшетҡа лайыҡ була. «Бәйгенән һуң бөтөнләй бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып, ҡанатланып ҡайтты. Башҡаларҙың бейеүҙәрен отоп алып, үҙаллы өйрәнә башланы. Киләһе йылда ла «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға һәм гран-при яуларға тигән маҡсат ҡуйҙы. Бәйгенең ҡағиҙәләре буйынса соло бейеүҙә еңеү яулағандар ҡабат был категорияла ҡатнаша алмауын белһәк тә, күңелен төшөрмәҫкә булдыҡ», — тип һөйләй әсәһе Айгөл Сибәғәт ҡыҙы.
Таһир Кусимов исемендәге гимназияға уҡырға төшкәнендә Рифаттың бейеүсе тигән даны алдынан бара. Төрлө сараларҙы биҙәгән малай уҡыуҙа ла һынатмай, олимпиадаларҙа ҡатнаша, грамоталар менән бүләкләнә. «Балаларға бейеү кәрәкме?» тигән темаға ғилми тикшеренеү эше башҡарып, икенсе урын ала.
Беренсе класты тамамлағас, Рифатҡа йәнә «Байыҡ» сәхнәһенә сығырға форсат тыуа. Бәхетенә күрә, хореограф Гөлназ Ғәбитова үҙенең ҡыҙы Эльвина менән дуэт бейергә тәҡдим итә. Бейеү һалыуҙа, костюмдар тектереүҙә район мәҙәниәт бүлеге ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, Фәнил Әсәҙуллин сәхнәгә ҡуйған «Француз яулығы» бейеүен башҡарған Эльвина Ғәббәсова һәм Рифат Сәйетғәлин дуэты бәйгенең иң юғары баһаһына — гран-приға лайыҡ була. «Байыҡ»тан еңеп, ноутбук менән бүләкләнеп ҡайтҡан балаларҙы ул саҡтағы район етәксеһе Р. Һ. Сыңғыҙов та махсус бүләк менән дәртләндерә. Район башлығының шыршы байрамына ла саҡыралар.
Иң ихлас, эскерһеҙ хыялдар тормошҡа аша. «Байыҡ» тип йән атҡан Рифатҡа уның сәхнәһендә тағы ла бер нисә мәртәбә бейеп төшөргә насип була. 2016 йылда ауылдаш малайҙар менән Рәйлә Хафизова етәкләгән «Салауат» өлгөлө бейеү ансамбле составында Рәйес Низаметдинов ҡуйған «Сыбыртҡы бейеүе» менән I дәрәжә лауреат булалар. Асҡарҙа Лилиә һәм Радик Хәлиловтар асҡан «Сорнай» бейеү студияһында беренсе көндәрҙән шөғөлләнеп, ансамбль менән 2018 йылда «Байыҡ»тан йәнә лауреат булып ҡайталар, бында тулы коллектив «Башҡортостан йәшлеге» бейеүен башҡара. 2019 йылда ансамблдең егеттәр составы «Урал егеттәре» бейеүе менән гран-при яулай.
Үҙенең бейеү остазы тип егет Радик Хәлиловты атай. Ысынлап та, һәләтен камиллаштырыуға, техника яғынан үҫешеүенә Радик Зиннур улының йоғонтоһо бик ҙур була һәм әле лә унан бейеү һабаҡтарына өйрәнеүен дауам итә. «Сорнай» студияһында шөғөлләнеүҙән тыш, Лилиә һәм Радик Хәлиловтар гимназияла ойошторған «Сулпан» өлгөлө бейеү ансамблендә лә бейей ул. Хәрәкәттә — бәрәкәт тигәндәй, бейеү, волейбол, баскетбол менән ихлас мауыҡҡан егет буйға ла бик тиҙ тартыла. Шуға күрә үҙенән бер нисә класҡа өлкәндәр араһында кәүҙәгә айырылмай ҙа. 2017 йылда «Сулпан»дар менән Туймазы ҡалаһында уҙған «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» фестиваленән I дәрәжә дипломант булып ҡайталар. «Сорнай» ансамбле менән дә күп мәртәбә еңеү тәмен татый: 2018 йылда Учалыла уҙған «Яҙ һулышы» бәйгеһендә «Фестиваль асышы» номинацияһы еңеүселәре булалар, «Һин йәшәгән төбәк» Бөтә Рәсәй халыҡ-ара фестивалендә беренсе урын яулайҙар, «Бейе, әйҙә, Әбйәлил!» башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың район конкурсында II дәрәжә дипломант булалар. Егеттәр менән «Байыҡ»та гран-при яулаған көндө Р. Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһы етәксеһе Рифатты сәхнә артынан эҙләп табып, училищеға килергә саҡыра, ата-әсәһенең телефонын алып ҡала.
— Йәй буйына шылтыратып, улығыҙҙы беҙгә уҡырға ебәрегеҙ, тип өгөтләнеләр. Рифат: «Бейеүҙән бер ҡасан да айырылмаясаҡмын, әммә ул минең төп һөнәрем түгел, ә яратҡан шөғөлөм генә буласаҡ», — тип сәнғәт юлынан китеүгә үҙе ҡаршы булды. Гимназияла ла гел «бишле»гә өлгәшкәс, беҙ ҙә уның фекере менән килештек», — ти әсәһе.
Тиҙҙән 8-се класты тамамлаясаҡ егет Таһир Кусимов исемендәге гимназияның ғорурлығы. Уҡыу отличнигы, спортсы, бейеүсе, фәнни эҙәрмән. Ғилми эҙләнеү эштәрен дә ул күңеле һөйгән бейеү, сәнғәт темалары буйынса алып бара. 2019 йылда БДУ-ның Сибай филиалы ойошторған фәнни-ғәмәли конференцияла «Хәҙерге йәмғиәттә мәҙәниәт һәм сәнғәт» ғилми эше менән гран-при яулай. Быйыл Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендәге муниципаль конференцияла икенсе урын алған.
Ә бейеү һәр ваҡыттағыса уның өсөн үҙенә тартып торған ымһындырғыс, илһамлы ижад донъяһы. Өсөнсө йыл инде Рифат Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар ижады йорто янында эшләп килгән «Йәшлек» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Бында ла уны остазы, ансамблдең етәксеһе Радик Хәлилов саҡырған. Башлыса студент йәштәр бейегән коллективта ул мәктәп уҡыусыһы булып айырылып тормай, хатта таланты менән бер башҡа юғарыраҡ та. «Рифат һәләтле, отҡор егет, тиҙ өйрәнә, ныҡ яуаплы», — ти уның тураһында Радик Зиннур улы. Ансамблдең Силәбе өлкәһе буйынса «Уральский перепляс» конкурсында, «Наследники традиций» халыҡ ижады төбәк фестивалендә I дәрәжә лауреат булыуында йәш солистың да өлөшө бар.
Бейеүсе егет үҫтереүсе Айгөл һәм Таңатар Сәйетғәлиндарҙың: «Һәләтле балалар бик күп, тик ата-әсәләр ваҡытында күреп, уларҙы үҫтерһен, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итһен ине. Шул ваҡытта ғына маҡсатҡа ирешергә мөмкин. Еңеү еңел бирелмәй, бергәләшеп күпме мәшәҡәттәр, ҡаршылыҡтар аша үтергә кәрәк», — тиеүҙәрендә хаҡлыҡ бар. Улар өсөн Рифаттың күҙҙәрендә янған осҡондарҙы күреүҙән дә ҙур ҡыуаныс юҡ.
Быйылдан Р. Сәйетғәлин райондың йөҙөк ҡашы булған «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башланы. 14 йәшенән атаһы рәттәш ағайҙар, хатта уҡытыусыһы Р. Хәлилов менән бер коллективта сығыш яһауы уның бейеүсе булараҡ өлгөрә барыуы хаҡында һөйләй. Ансамблдең художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Әсәҙуллина талантлы егеткә ҙур өмөттәр бағлай һәм «Йәшлек»кә уның һымаҡ бейеү тип йән атып торған йәштәрҙең килеүен теләр инем, ти.
Был оло ижади юлдың башы ғына. Киләсәк тормошон сәнғәт менән бәйләрме-юҡмы, әммә бейеүҙең Рифаттың ғүмерлек юлдашы булып ҡалырына иманым камил. Сөнки егеттең иң яҡты хыялы ла бейеүгә бәйле: ул «Байыҡ» телефестивалендә өлкәндәр араһында ҡатнашып, гран-при яулау маҡсаты менән яна.
Читайте нас: