19–21 майҙа районыбыҙ Урал аръяғы башҡорт йәштәрен «Ҡомартҡы» республика форумына йыя.
Форумдың эше халыҡ ижады жанрҙарын, шәжәрәләр йолаларын, һөнәрселекте һәм башҡаларҙы һаҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Мәҙәниәт» милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Форум сиктәрендә түбәндәге саралар ҡаралған:
«Быуын сылбыры» видеолар конкурсы, (18–45 йәштәгеләр өсөн); Халыҡ ижады жанрҙары буйынса оҫталыҡ кластары; 21 майҙа – «Урал аръяғы башҡорттары» фәнни-ғәмәли конференцияһы. «Быуын сылбыры» конкурсы еңеүселәрен ҡотлау; 21 майҙа – «Ҡырҡтытау» декоратив сәнғәт күргәҙмәһе. Әйткәндәй, был сара «Рәсәй милләттәре берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙың этник-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үткәрелә.