Мәҙәниәт
14 Мая 2021, 11:40

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә гранттар биреләсәк

2021 йылдың сентябренән Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы старт аласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров бөгөн «Торатау» Конгресс-холында барған «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумында иғлан итте.

– Беҙҙә, Башҡортостанда, «Ауыл табибы», «Ауыл уҡытыусыһы», «Ауыл тренеры» федераль һәм республика программалары уңышлы бойомға ашырыла. Хәҙер «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ла буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Мин быға ярашлы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙым, ағымдағы көҙҙә 500-шәр мең һумлыҡ тәүге 60 грант ауыл мәҙәниәт усағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә тапшырыласаҡ.
Читайте нас