Әлеге ваҡытта районда «Ҡомартҡы» Урал аръяғы башҡорттарының этник мәҙәниәте республика йәштәр форумы бара. Сарала ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың булмышын, милли үҙенсәлеген сағылдырған мәҙәни-музыкаль традициялар, кәсеп-шөғөлдәр тураһындағы аң-белем ҡеүәһен оҫталыҡ дәрестәрендә үҫтерә, камиллаштыра.
Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап, «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә уҙғарылған форум 19–21 майҙа өс көн дауам итә. Проекттың авторы – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Г. В. Баймырҙина. Беренсе көн «Быуындар сылбыры» конкурсына ебәрелгән видеоматериалдарҙы ҡарауға бүленһә, бөгөн форумдың йәнле өлөшө башланғыс алды. Сараға Урал аръяғы райондары делегациялары ихлас ҡушылды.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан