

Асҡар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең уҡыу йылын йомғаҡлау буйынса отчет концерты уҙҙы. Өр-яңы репертуар, яңы инструменттар һәм яңы сәхнә костюмдары сәхнә күрке булды. Ә сәхнә артында күпме әҙерлек һәм ныҡышмал тырышлыҡ, ҙур хеҙмәт ята.
Директор Г. Ә. Ниязғолова мәктәптең уҡыу йылында өлгәшелгән ҡаҙанаштары һәм уңыштарын барлап, педагогик коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәтен, һөнәри оҫталығын баһаланы. Белем биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, мәктәпте кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса маҡсатлы эш алып барылыуын билдәләне. Уҙған уҡыу йылында сәнғәт мәктәбененең бөтә кабинеттарына ла уҡыу йыһаздары, концерт залына яңы кресло-ултырғыстар һатып алынған, хореография һәм һынлы сәнғәт кластарына һыуыҡ һәм йылы һыу үткәрелгән. «Йондоҙ», «Фантазия», «Тамсылар» хореография коллективтары өсөн биш комплект сәхнә кейемдәре тектерелгән. «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда музыка мәктәбе баян, аккордеон, домра, гармун, виолончель, скрипка, бас-балалайка, ҡылҡумыҙ, думбыра, һанлы һәм акустик фортепианолар, шулай уҡ теория һәм һынлы сәнғәт кластары өсөн музыка-техник ҡорамалдар — интерактив, магнит-маркер таҡталары, мольберттар, тауыш көсәйткес аппаратура, мультимедия проекторы, ноутбук, компьютер, бөтәһе 3 миллиондан ашыу һумлыҡ суммаға уҡыу материалы менән тәьмин ителгән. Милли проекттың «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә 5 педагог һөнәри квалификацияһын күтәргән.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан