Баймаҡ районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынған күп функциялы күсмә мәҙәниәт йорто әүҙем гастролдәрҙә йөрөй һәм ҙур танылыу яулап өлгөрҙө.
Ауыл халҡы Халыҡ ижады үҙәге артистарын һәм художество үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡаршылай, концерт-уйын программаларында ҙур теләк менән ҡатнаша.
“Автоклубтың сәфәрҙәр графигы йыл аҙағына тиклем төҙөлгөн. Бәләкәй ауылдарға барыуҙан тыш, каникул осоронда Салауат Юлаев исемендәге ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында, “Граф” һәм “Орленок” лагерҙарында балалар өсөн танып белеү, уйын һәм мәҙәни-ял саралары ойоштороу күҙаллана. Йәй иһә асыҡ һауала совет фильмдарын күрһәтеүҙе практикаға индермәксебеҙ”, – тине халыҡ ижалы үҙәгенең мәҙәни-ағартыу эше буйынса методисы С.С. Ирназарова.
Мәғлүм булыуынса, автоклуб былтыр сентябрҙә һатып алынған. Районда стационар мәҙәниәт учреждениелары булмаған ауыл бар. Яңы автоклуб районда мәҙәниәтте үҫтереүгә, халыҡты күмәк мәҙәни сараларға күпләп йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан.