Положениеға ярашлы, конкурс 17 йәшкә тиклемге һәм 17 йәште уҙғандар араһында ойошторолдо. Бәйгегә йәмғеһе 37 бейеү сығарылды, шул иҫәптән Йылайыр районынан «Йәйғор» ансамбле лә ҡатнашты. Уларҙың сағыу, үҙенсәлекле сығыштарын ҡарағандан һуң, гала-концертҡа баһалама комиссияһы 21 коллективты һайлап алды.
Әлбиттә, һәр бейеүсе, ансамблдәр үҙҙәренсә матур, һоҡланғыс сығыш яһаны. Был көндө Михайловка ғына түгел, күрше-тирә ауылдар халҡы шәп концерт ҡарап кинәнде. Гала-концерт һуңынан иң-иңдәрҙе тәбрикләү, бүләкләү тантанаһы булды.
Ансамблдәр араһында Йылайыр районы «Йәйғор» ансамбленең (етәкселәре Л. Таһирова, Р. Игебаева) сығышы иң шәп тип табылды һәм гран-приға лайыҡ булды. Икенсе урынды Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» (Л. Йәнекәйева) өлгөлө һәм «Уралтау» (һүрәттә) бейеү ансамблдәре алды. Өсөнсөнө Ҡырҙастан «Ҡомартҡы» ансамбле (Р. Хәйруллина) һәм Хәлилдән бәләкәй ансамбль (Н. Дәүләтова) бүлештеләр.
Балалар араһында тәүге урынды Яңы Һамарҙан Әлиә Мөхөтдинова яулаһа, ололар араһында беренселеккә Ҡаҙмаштан Зөһрә Ниғмәтуллина сыҡты. Өсөнсө урынды ололарҙан Ишкилде ауылынан Мөслимә Мәсәлимова, балалар араһында Салауаттан Эльвина Хафизова алды.
Яңғыҙ сығыштар араһында икенсе урынды алғандай лайыҡлы сығыштар булманы. Бейеүселәр төйәге булараҡ дан алған Әбйәлилдә бындай хәлдең булыуы мөмкинме һуң? Бәлки, конкурс хаҡында күптәр белмәй ҡалғандарҙыр...
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһында Асҡар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Карина Ғәйфуллина һәм Арсен Өмөтҡужин, Данияр Сыңғыҙов (Красная Башкирия), Нәргизә Зәйнитдинова (Асҡар), Дилә Абдуллина (Ташбулат) билдәләнде. «Өмөт» номинацияһы Таштимерҙән Инсаф Хәсәновҡа бирелде.
Тәпән ауылының «Томбойоҡ» бейеү ансамбле (етәксеһе Ә. Дауытова) «Ихлас» номинацияһын, әбделмәмбәттәрҙең «Илгәҙәк» коллективы (С. Фазылйәнова) «Дәртле» номинацияһын алды.