Республиканың Ҡариҙел районында асылған моделле китапханала, мәҫәлән, быуындар күсәгилешлеген алғы планға ҡуйғандар. Бының өсөн махсус рәүештә тауышлы ярҙамсы уйлап табылған. Планшет экранынан «Алиса» урынына балаларҙы милли кейем кейгән, яғымлы өләсәй сәләмләй. Ул, балаларҙы ҡаршылап, китапхана буйлап экскурсия үткәрә, яңы китаптар менән таныштыра, әкиәттәр уҡый, йырҙар өйрәтә һәм кескәй китап уҡыусыларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирә.