Мәҙәниәт
7 Июня 2021, 06:05

ӨФӨЛӘ КИҢ КҮЛӘМЛЕ ИЖАДИ КҮРГӘҘМӘ ҮТӘСӘК

3 июлдә "Торатау" конгресс-холында фольклориада сиктәрендә 48 илдән декоратив биҙәнеү сәнғәте оҫталарының Беренсе Халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла.

3 июлдә Башҡортостанда фольклориада сиктәрендә декоратив биҙәнеүсәнғәте оҫталарының Беренсе Халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. «Торатау» Конгресс-холында 48 илдең танылған оҫталары һәм һөнәрселәре декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең уникаль өлгөләрен, милли костюмдар, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәрен күрһәтәсәк.
Шул уҡ көндә «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» тигән фотокүргәҙмә лә эшләйәсәк. Экспозицияла донъя халыҡтарының традицион музыка ҡоралдарының һүрәттәре күрһәтелә. Фотокүргәҙмә менән 4 телдә: урыҫ, инглиз, испан һәм француз телендә танышырға була.
Күргәҙмәләр 2021 йылдың 9 июленә тиклем эшләй.
Читайте нас